Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 09:28

Мөлкәтеңә хәүеф янамаһын

Милекте законһыҙ ғәмәлдән һаҡла.

Башҡортостандағы милекселәр араһында граждандың шәхсән ҡатнашлығынан тыш объекттарҙы теркәүҙе тыйыу буйынса хеҙмәт күрһәтеү айырыуса популяр, уға ихтыяж ҙур.

“Росреестр”ҙан белдереүҙәренсә, бындай сара күсемһеҙ милекте таныш булмаған әҙәмдәрҙең законһыҙ ғәмәлдәренән һаҡлау мөмкинлеген бирә. “Теге йәки был күсемһеҙ мөлкәттең хужаһы күп функциялы үҙәккә, үҙенең ҡатнашлығынан тыш, бер ниндәй ҙә теркәү ғәмәлдәренең башҡарылмауын һорап ғариза яҙа ала.

Ошондай уҡ ғаризаны “Росреестр”ҙың порталындағы (rosreestr.gov.ru) “Хоҡуҡ эйәһенең шәхси кабинеты” аша ла тапшырырға мөмкин. Күсемһеҙ милек объектының милексеһе йәки уның законлы вәкиле булмаған кешенән “Росреестр”ға документтар тапшырылған осраҡта, реестрҙа теркәүҙе тыйыу тураһындағы яҙма ҡалдырылһа, милектең хужаһына кисекмәҫтән хәбәр ителә һәм бындай документтар ҡаралмай”, – тине “Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Наталья Низаметдинова.

“Росреестр” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда Башҡортостандағы милек хужаларынан – 12846, ә 2020 йылда 11117 ошондай ғариза алынған.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: