Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 09:31

Торлаҡ хужаларына – яңы ҡағиҙәләр

Проблемалар булмаһын тиһәң...

1 марттан ҡайһы бер коммуналь хеҙмәттәр башҡаса күрһәтелә. Был иҫәп-хисап приборҙары күрһәткестәрен иҫәпләүгә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн ҡуйылған хаҡты ҡайтанан иҫәпләү тәртибенә ҡағыла.

 

Кемдәргә ҡайтанан иҫәпләйҙәр?

 

Фатир хужалары өйҙә ваҡытлыса булмаған осраҡта сүп-сар ташыған өсөн түләүҙе ҡайтанан иҫәпләү тәртибендә үҙгәрештәр булмаҡсы. Быйыл 1 марттан коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә яңылыҡ индерелә. Хәҙер биш көн рәттән өйҙә булмаған кешеләргә сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хаҡты ҡайтанан иҫәпләйҙәр. Әлбиттә, кешенең фатирҙа булмауы раҫланырға тейеш. Бының өсөн идарасы компанияға торлаҡҡа ҡайтҡандан һуң 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса хаҡты ҡайтанан иҫәпләү тураһында ғариза яҙырға, өйҙә булмау осорон раҫлаған документтарҙы тапшырырға кәрәк. Был турала “Совет” юридик төркөмөнөң хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе Александр Федотов һөйләне.

Әйткәндәй, хәҙер ҡалдыҡтарҙы ситкә ташыуға тарифтар йортта йәшәгән кеше һанына ҡарап билдәләнгән, шулай уҡ торлаҡ майҙанынан сығып иҫәпләнгән йорттар өсөн дә был хаҡ ҡайтанан хисапланасаҡ.

 

Күрһәткестәр нисек иҫәпләнер?

 

Күп фатирлы йорттарҙа милекте файҙаланғанда коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланыу  нормативтарын һәм коммуналь ресурстарҙы ҡулланыу нормативтарын билдәләү ҡағиҙәләренә лә үҙгәрештәр индерелә. Дәүләт органдары коммуналь хеҙмәттәрҙе һәм ресурстарҙы файҙаланыуҙы иҫәпләү күрһәткестәрен фактик ҡулланыу кимәленә яҡынайтырға тырыша.

– Әле дөйөм йорт ихтыяждарына нормативтарҙы иҫәпләп сығарыу өсөн ҡуйылған ҡорамалдың ҡеүәтенә, ресурстарҙың сағыштырма сығымына нигеҙләнгән формулалар ҡулланыла. 1 марттан дөйөм йорт ихтыяждарында нормативтарҙы иҫәпләү өсөн башҡа ысулды ҡулланырға тәҡдим иткән яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә – иҫәпләү нигеҙенә бер-береһенә оҡшаш климат зоналарындағы конструктив үҙенсәлектәре бер төрлө булған йорттарҙағы иҫәп-хисап приборҙарының күрһәткестәре һалынасаҡ, – тип белдерҙе Александр Федотов.

Яңы ҡағиҙәләрҙә күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте файҙаланыуға һәм уны тәртиптә тотоуға бәйле коммуналь ресурстар исемлеге күрһәтелгән. Уларға һыуыҡ һәм эҫе һыу, электр энергияһы, шулай уҡ ағыҙылған көнкүреш һыуҙары инә. Хәҙер “һыу йылытыуға йылылыҡ энергияһын тотоноу нормаһы” тигән яңы төшөнсә барлыҡҡа килгән, уны иҫәпләү тәртибе лә билдәләнгән.

 

Фатир хужаларына нимәгә әҙерләнергә?

 

1 марттан “Росреестр”ҙың сит берәмектәрҙең талабы буйынса Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан торлаҡ милекселәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарыуҙы тыйған федераль закон ғәмәлгә инә. Бынан ары, милексенең рөхсәтенән тыш, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан уның шәхси мәғлүмәттәре күрһәтелгән өҙөмтә алып булмаясаҡ. Төҙәтмәләр ғәмәлгә ингәс, сит кеше һораған осраҡта, “Росреестр” күсемһеҙ милек хужаһының исем-шәрифе сағылған мәғлүмәтте бирмәйәсәк. Был сара күсемһеҙ милек хужаларының шәхси мәғлүмәттәрен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Юрист әйтеүенсә, күсемһеҙ милек хужаһы булмаған сит берәмектәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан өҙөмтәләрҙе алыу мөмкинлегенә эйә, әммә туранан-тура түгел. Сикләүҙәр вәкәләтле органдар хеҙмәткәрҙәренә, нотариустарға, кадастр инженерҙарына, ҡуртымға алыусыларға һәм биреүселәргә, шулай уҡ күсемһеҙ милек хужаларының хәләл ефеттәренә ҡағылмай.

Шулай итеп, шәхси мәғлүмәттәрен таратыу тыйылған милексе тураһындағы өҙөмтәне сит берәмектәрҙең нотариус ярҙамында ғына алыуы ихтимал. Был осраҡта ла  уға нотариусҡа күсермә алыу өсөн тейешле хәл-шарттар булыуын раҫларға тура киләсәк.

– 1 марттан күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса эште ҡабул итеү тәртибе лә үҙгәрә. Рәсәй Торлаҡ кодексының 190-сы статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, капиталь ремонт буйынса башҡарылған эште ҡабул итеү акты урындағы үҙидара органы, әгәр ремонт торлаҡ милекселәренең ҡарары менән башҡарылһа, улар исеменән эш итергә вәкәләтле кеше менән яраштырылырға тейеш, – тип белдерҙе Александр Федотов.

Әйткәндәй, юристар иҫкәртеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге закондарҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр көсөнә инһә, хоҡуҡ боҙоуҙар арта. Йыш ҡына улар идарасы компанияларҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәп-хисап ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә төшөнөп етмәүенә бәйле була.

– Проблемалар тыумаһын өсөн квитанцияларҙа ҡуйылған хаҡҡа иғтибар итегеҙ. Ғәҙәти булмаған сумма килһә, идарасы компаниянан аңлатма һорарға мөмкин. Хата китһә, хаҡты арттырып түләгән өсөн компенсация алырға була. Рәсәй Торлаҡ кодексының 157-се статьяһындағы 5-се, 6-сы пункттарҙа ошондай хоҡуҡ билдәләнә. Бының өсөн идарасы компанияға ғариза яҙырға кәрәк. Бер ай эсендә идарасы компания тикшереү үткәрә һәм иҫәп-хисаптың дөрөҫ яһалыу-яһалмауы тураһында ҡарар сығара. Идарасы компания етешһеҙлекте раҫлаһа, торлаҡ хужаһы компенсацияға иҫәп тота ала. Уның күләме артыҡ түләнгән сумманың 50 процентын тәшкил итә, – тип аңлатма бирҙе PG Partners юридик компанияһының өлкән идарасы партнеры Петр Гусятников. 

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: