Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 50-се ултырышындағы “Хөкүмәт сәғәте”ндә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова “Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары тураһында” тигән доклад менән сығыш яһаны. Был саралар ниндәй ярҙамды үҙ эсенә ала һәм уның йоғонтололоғо нисек баһалана?
Социаль ярҙам кемдәргә ҡаралған?
– Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары комплексын тормошҡа ашырырға ҡушты. Был йөкләмәне үтәү маҡсатында беҙҙең республикала 2022 йылдың 11 октябрендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә махсус хәрби операциялағы граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү планы ҡабул ителде, – тине Лира Иғтисамова.
Вице-премьер әйтеүенсә, был планда ҡаралған саралар мобилизация буйынса саҡырылған ошо граждандарҙың никахта булған ҡатынына йәки иренә, ата-әсәһенә (шул иҫәптән – уллыҡҡа алғандарға), хеҙмәткә яраҡлы йәштә булмаған өләсәй һәм олатаһына (әгәр ҙә улар ата-әсәһе булмаған баланы кәмендә өс йыл ҡараһа), хеҙмәткә яраҡлы йәштә булмаған үгәй әсәһе һәм атаһына (әгәр ҙә улар баланы кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм аҫраған икән), 18 йәшкә тиклемге инвалид балаларға, белем биреү учреждениеларында уҡыған 23 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.
Иң ҙур йүнәлеш
– Планда ҡаралған сараларҙы үтәүгә республика ҡаҙнаһында 2023 йылға 1,5 миллиард һумлыҡ ассигнованиелар ҡаралды, – ти Лира Иғтисамова. – Иң ҙур саралар комплексы мәғариф йүнәлешендә билдәләнгән.
Былтырғы йылдың 1 ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың 2806 сабыйы балалар баҡсаһына түләүһеҙ йөрөй. Шулай уҡ йәш ярымға еткән 142 бала мәктәпкәсә балалар ойошмаларына сираттан тыш ҡабул ителгән. Республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында оҙайтылған көн төркөмөнә ҡабул итеүҙе һораған 124 ғариза бирелгән. Уларҙың барыһы ла ҡәнәғәтләндерелгән, балалар оҙайтылған көн төркөмдәренә түләүһеҙ йөрөй ала. Бынан тыш:
l 1178 бала түләүһеҙ нигеҙҙә төрлө түңәрәккә йөрөй.
l 5–11-се кластарҙың 2259 уҡыусыһы һәм 500 студент түләүһеҙ йылы аш менән тәьмин ителгән.
l Урта һөнәри белем биреүҙең төп һөнәри программалары буйынса шөғөлләнгән 153 студентҡа уҡыу осорона ятаҡтан урын бирелгән.
l Балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында шуныһы ла алдан билдәләнде: төбәктәрҙә айырым ярҙам сараларын билдәләгәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың аҡсалата килеме иҫәпкә алынмай. Ошондай уҡ сара федераль кимәлдә лә ҡабул ителде, – тине вице-премьер депутаттар алдындағы сығышында.
Йортҡа килеп тә ярҙам күрһәтелә
Мәшғүллек үҙәктәренә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап, ошо категория граждандары иҫәбенән 107 кеше мөрәжәғәт иткән икән, уларҙың 34-е өсөн хеҙмәт урыны табылған, ҡалған 73 кешегә эш эҙләү дауам итә. Хеҙмәт баҙарындағы көнәркәшлек тә күҙ уңынан ысҡынмай: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәрҙә һөнәри белем алыу һәм өҫтәмә һөнәргә эйә булыу өсөн өҫтөнлөклө рәүештә 50 мең һумлыҡ белем сертификаты биреү планлаштырыла.
Яҡын туғандары мобилизацияланған һәм йортта социаль ярҙам алғандар һаны бөгөнгә 236 кеше тәшкил итә. Өлкән йәштәгеләрҙән тыш, хәҙерге мәлдә 24 инвалидҡа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың инвалид балаһы булған ғаиләләренә йортҡа килеп түләүһеҙ ярҙам күрһәтеү ойошторолған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам планында ҡаралғанса, бындай ғаиләләрҙең даими социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булған ағзаларына йорт-интернаттар өсөн юллама биреләсәк.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың туған-тыумасаһы иҫәбенән 4214 кешегә йортҡа килеп медицина ярҙамы күрһәтелгән, 111 яугиргә һәм уларҙың балаларына медицина күрһәтмәләре буйынса шифахана-курорттарға юлламалар тапшырылған.
“Һөт кухняһы” ризыҡ өләшә
Тейешле туҡланыу менән тәьмин итеү маҡсатында ирҙәре махсус хәрби операцияла булған 33 ауырлы ҡатынға (мөрәжәғәт итеү ваҡытынан алып бала табыу мәленә саҡлы) һәм 15 имеҙеүсе әсәгә (мөрәжәғәт итеү ваҡытынан алып сабыйға алты ай тулғанға саҡлы) һәм уларҙың өс йәшкә тиклемге 424 балаһына “Һөт кухняһы”нан махсуслашҡан ризыҡтар бирелә.
– Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, махсус операцияла ҡатнашыусылар, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткә мобилизация буйынса саҡырылғандар, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алырға хоҡуҡлы, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова.
Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары барыһы ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйған һәм ташыған өсөн хеҙмәтләндереү буйынса түләүҙән азат ителгән. Был шулай уҡ ошо хеҙмәт өсөн үҙ ваҡытында түләнмәгән йәки тулыһынса түләнмәй ҡалған өсөн, торлаҡ бинаһына түләнмәгән, күп фатирлы йорт буйынса коммуналь иғәнә ваҡытында индерелмәгән өсөн пеня осраҡтарына ла ҡағыла.
Үҙ ихтыяжы өсөн урман үҫентеләрен һатып алыуға килешеү буйынса 161 ғаилә яғыулыҡ өсөн утынды ташламалы хаҡ менән алған. Бөтәһе 2600 кубометр ағас бүленгән.
Торлаҡты – түбән хаҡҡа
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы эшләп килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн был фондтан торлаҡты баҙар кимәленән түбәнерәк хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге булдырылды.
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн “Жилстройсбережения” программаһының шарттары ла йомшартылған. Хәҙер улар аҡсалата тупланманы ваҡытынан алда һәм ҡаҙна премияһын ҡушып алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, улар ошо программала ҡатнашыуҙы туҡтатып тора ала, бының өсөн штраф санкцияларына дусар ителмәй.
Быйыл 1 ғинуарҙан алып махсус хәрби операцияла булғандар 2022 йыл өсөн һәр төрҙәге берәр транспорт сараһына транспорт һалымы түләүҙән азат. Был ташламанан яугир үҙе йәки уның ҡатыны, йә булмаһа әсәһе һәм атаһы (никахта тормағандар өсөн) файҙалана ала.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына элек яҙҙырылған ҡулланыу һәм ипотека кредиттары буйынса кредит каникулына рөхсәт тә ҡаралған.
Мәктәп уҡыусыларына, юғары һәм махсус урта уҡыу йорттары студенттарына ҡалаларҙағы дөйөм файҙаланыуҙағы транспортта бушлай йөрөү өсөн 3 127 карта булдырылған.
– Мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йөҙөнән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, һәр кемгә 20-шәр мең һумдан бер тапҡыр аҡса бирелде. Был түләү бөгөнгә тулыһынса башҡарылды, – тине Лира Зәҡуан ҡыҙы.
Район һәм ҡала хакимиәттәре ирекмәндәр көсө һәм урындағы халыҡтың ярҙамында ирҙәр көсө менән башҡарыла торған хужалыҡ-көнкүреш эштәрендә (торлаҡты ремонтлауҙа, һалам һәм иген фуражы килтертеүҙә, урамды һәм ихатаны яҡтыртыуҙа һәм башҡа мәсьәләләрҙә) ярҙам күрһәтелә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН