Илебеҙ Президенты Владимир Путин Башҡортостан матбуғат тармағының ике хеҙмәткәрен юғары наградалар менән бүләкләне. Владимир Путиндың был туралағы указы 2023 йылдың 28 февралендә kremlin.ru сайтында баҫылған.
II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалы менән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов бүләкләнде.
“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто филиалы – “Мораҙым” ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһының верстка буйынса инженеры Нәсимә Сәмиғуллинаға бирелде.
Хеҙмәттәштәребеҙҙе юғары исемдәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Фото: metaratings.ru