Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 15:00

Йәш килендәр, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Өлгөрөп ҡалығыҙ, ғаризалар бөгөн генә ҡабул ителә.

Йәш килендәр, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Йәш килендәр, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

“Йәш килен” республика башҡорт килендәре этноконкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ул милли ғаилә йолаларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, никах һәм ғаилә институтына, ғаилә мәҙәниәте нигеҙҙәренә ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыуға, йәштәрҙең тотороҡло ғаилә мөнәсәбәттәре булдырыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, әсә, ҡатын-ҡыҙ, йәш әсә образын популярлаштырыуға йүнәлтелә.

Конкурста Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән башҡорт телен йәки үҙ диалектын, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙенең һәм иренең шәжәрәһен, милли аш-һыуҙы, ата-бабаларҙың кәсептәрен белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша ала.

Ғаризалар 1 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Тәүге һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем ҡатнашыусыларҙың ғаризаларына ярашлы видеоматериалдар буйынса ойошторола (видеояҙмалар [email protected] электрон адресына ебәрелә). Икенсе йомғаҡлау туры 17-18 мартта Балтас районының Иҫке Балтас ауылындағы Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы ойоштора.

 

Йәш килендәр, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Йәш килендәр, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: