

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө алдынан Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора.
- “Ҡыҙыу бәйләнеш” эше һөҙөмтәһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр квалификациялы кәңәштәр ала. Был сауҙа һәм хеҙмәттәр вәкилдәре тейешенсә күрһәтмәгән хеҙмәт йәки сифатһыҙ тауар менән бәйле проблеманы хәл итергә булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
8 (347) 218 09 78 телефоны аша ҡулланыусылар һәм башҡалар үҙҙәрен тауарҙарҙы һатып алыу, хеҙмәттәр күрһәтеү менән бәйле борсоған һорауҙарҙы бирә ала, тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Бүлек хеҙмәткәрҙәре социаль йәһәттән ярҙамға мохтаждарға дәғүә проектын йәки ғаризаһын яҙыуҙа ярҙам итә ала.
1 – 31 мартта 9 – 18 сәғәттә (13-14 сәғәт – төшкө тәнәфес) үрҙә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратырға мөмкин. Шәхсән ҡабул итеү кәрәккәндә граждандар республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт) мөрәжәғәт итә ала.
Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20275/