Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 09:29

Юрист иҫкәртә

Алдаҡсылар яңы алымдар уйлап таба.

 “Алдаҡсылар өлкәндәргә ҡат-ҡат шылтыратып, алдауҙың яңы алымын уйлап тапҡан”, – тип белдерҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Иван Соловьев Sputnik радиоһына биргән интервьюһында.

 Илебеҙҙә таралған алдау алымдары тураһында ҙур аңлатыу эше алып барыла. Шул уҡ ваҡытта алдаҡсылар йоҡлап ятмай, яңынан-яңы мутлыҡтар уйлап таба. Улар алдауҙы бер нисә этапҡа бүлеп ҡора.

“Улар өр-яңы тактика уйлап тапҡан. Башта бер нисә тапҡыр шылтыратып, кеше тураһында мәғлүмәт туплай, уның психотибын асыҡлай. Артабан “ҡармаҡ һалып”, ҡорбанын аҡсанан “ҡолаҡ ҡағырға” әҙерләй. Улар үҙҙәрен Тәфтиш комитеты хеҙмәткәре тип таныштырып, ниндәйҙер мәсьәләне тикшереүҙәре тураһында һөйләй һәм кешене аҡса иҫәбе тураһындағы мәғлүмәтте әйтергә йәки кредит алырға күндерә”, – ти Иван Соловьев.

Юрист әйтеүенсә, күпселек осраҡта мутлашыусылар был алымды өлкәндәрҙе алдау өсөн ҡуллана. “Улар пенсия алған кешеләр тураһында мәғлүмәт туплай. Ғәҙәттә, был исемлеккә 55 йәштән өлкәндәр эләгә”, – ти Соловьев.

Юрист әйтеүенсә, өлкән быуын кешеләре тәфтиш органдарына ярҙам итеүҙән бер ҡасан да баш тартмай. Аралашыуға ҡытлыҡ кисереү ҙә быға йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Бынан тыш, 35 йәштән өлкәнерәк гүзәл заттарға ла йыш һөжүм итә алдаҡсылар, шуға күрә телефондан сәйер шылтыратыу булһа, һөйләшеп тә тормайынса, элемтәне өҙөргә кәңәш итә юрист.

“Тәфтиш комитеты, полиция хеҙмәткәре бер ҡасан да граждандың өйөнә шылтыратмай. Уларға бындай ғәмәл тыйылған.  Бер-бер хәл була ҡалһа, һеҙҙе Тәфтиш комитетына йәки эске эштәр органдарына саҡыртып аласаҡтар. Шуны онотмағыҙ”, – тип белдерҙе Иван Соловьев.

Юрист шулай уҡ алдаҡсылар шылты­ратҡан номерға блокировка ҡуйырға кәңәш итте.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: