

Рәсәйҙең иң ҙур онлайн-рекрутинг платформаһы “һһ.ru” Башҡортостанда йәшәгән кешеләр араһында сираттағы һорау алыу үткәрҙе: “Каникулда ял итеп һәм көс туплап булдымы?”
Яуап биргәндәрҙең 56 проценты йыл башында үҙҙәрендә көс һәм эшкә дәрттең күберәк булыуын билдәләгән, йәғни каникулдың файҙаһы тейгән. Тағы ла 25 проценты ялдың етерлек булмауы, ә 19 проценты бындай форсаттың бөтөнләй теймәүе тураһында әйткән.
Ялдың уңышлы булыуын күбеһенсә төҙөлөштә эшләгәндәр билдәләгән – ундайҙар был тармаҡта 53 процент икән. Транспорт тармағы кешеләре араһында каникулда һәйбәт ял итеп ҡалыусылар – 52 процент, персоналға идара итеүселәр араһында – 33, фән һәм мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙә – 32 процент.
“Ял итә алманыҡ” тип иҫәпләгәндәрҙең 12 проценты ошо хәлдең сәбәбе тип был көндәрҙә эшкә сығыуҙы, 11 проценты – сирләүҙе, ә 10 проценты байрамдарҙа сараларҙың күп булыуын һәм шул арҡала көсөргәнешлек кисереүҙәрен атаған.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН