Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика ауылдарындағы йорттарға газ үткәреүгә арналған брифинг булды.
”Газпром межрегионгаз Өфө” компанияһының генераль директоры Альберт Лоҡманов әйтеүенсә, газ үткәреү программаһы әлегә тиклем “зәңгәр яғыулыҡ” булмаған ауылдарға уны үткәреү тураһында бара. Әле шулай уҡ газ булған ауылдарҙағы йорттар участкаһына тиклем уны бушлай еткереү программаһы ла тормошҡа ашырыла.
Был программа 2021 йылдан тормошҡа ашырыла.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин газ үткәреү программаһының 2025 йылға тиклем, йәғни биш йылға иҫәпләнеүе тураһында белдерҙе. Ул әлегә тиклем “зәңгәр яғыулыҡ” булмаған биләмәләрҙе дөйөм газ тәьминәте системаһына тоташтырыуҙы күҙаллай. Был программа буйынса 25 мең йортто газ селтәренә тоташтырыу ҡарала. “Газпром” 71 ҡасаба-ара һәм 164 ҡасаба газ үткәргесен төҙөй.
Газ үткәреү программаһына ойошма 20 миллиард һум, “зәңгәр яғыулыҡ”ты йортҡа тиклем еткереү программаһына йәнә 14 миллиард һум бүлергә ниәтләй.
Брифингта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова әйтеүенсә, йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алыусылар Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарында билдәләнә. Улар иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, ишле ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан (12650 һумдан) аҙыраҡ булған ғаиләләр инә.
Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова газды йортҡа тиклем еткереүгә ғариза менән бергә тапшырылырға тейешле документтар исемлеген әйтеп үтте. Улар – ғариза, паспорттың, ИНН, СНИЛС күсермәләре, ергә һәм торлаҡ йортҡа милек хоҡуғын раҫлаған документтар, хәл-ваҡиға планы.
Фото: bashinform.ru