2 мартта Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре менән берлектә республика халҡын эш урындары йәрминкәһенә саҡыра.
Район халҡына төрлө өлкәләрҙә вакансиялар, шулай уҡ мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәренең тулы исемлеге тәҡдим ителәсәк.
Барыһын да эш урындары йәрминкәһенә барырға саҡырабыҙ.
Йәрминкәләр үткәреү урыны – республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендәге Мәшғүллек үҙәктәре.
Уҙғарыу ваҡыты: 10:00 сәғәттән алып 12:00 сәғәткә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Был аҙнала Башҡортостан Республикаһы ҡалаларында һәм райондарында йәрминкәләр теҙмәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән һалтанма (ссылке) буйынса танышырға мөмкин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru