Ауыр яңылыҡ мәғлүм булды: Өфөлә актер, режиссер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 60 йәшендә ҡапыл вафат булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иткәндәр.
Азат Нәҙерғолов 1962 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районындағы Юлдыбай ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамлаған, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып хеҙмәт юлын башлаған.
1987 йылда данлыҡлы Дәүләт театр сәнғәте институтының (ГИТИС) режиссерлыҡ факультетына, танылған режиссер-педагог Анатолий Васильевтың оҫтаханаһына уҡырға ингән.
1992 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлағандан һуң режиссер, 1997-2000 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.
Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе була (1993-1997). 1997 йылда театр Милли йәштәр театры тип үҙгәртелә һәм А. Нәҙерғолов 2000-2004 йылдарҙа БР Милли йәштәр театрының художество етәксеһе була.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында режиссер һәм уҡытыусылыҡ эшен алып бара (режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры).
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: kino-teatr.ru