Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2023, 16:00

Туған йәнле булып үҫәләр

Алһыу һәм Радмир Игебаевтарҙың ишле ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләнә.

Туған йәнле булып үҫәләр
Туған йәнле булып үҫәләр

Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән Алһыу һәм Радмир Игебаевтарҙың ишле ғаиләһендә береһенән-бере матур һәм батыр өс ҡыҙ һәм өс ул үҫә. Иң өлкән Алина Сибай гимназия-интернатында белем алһа, Сәлиә менән Лиана - Күсей мәктәбе уҡыусылары. Ә бына бер-береһенә иптәш һәм ағай-ҡусты булған Мәжит, Самат һәм Илмир балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡайһы саҡта бергәләшеп өйҙә лә ҡалалар. Хәйер, улар үҙҙәре лә бер футбол командаһына тиң буласаҡ егеттәр!

"Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Күмәк балалар бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, туған йәнле булып үҫә. Ҙурҙары бәләкәйҙәрен ҡарай, бәләкәйҙәре апайҙарына ҡарап, үҙҙәре үк өйрәнә. Шуға күрә күп бала тәрбиәләүҙән ҡурҡырға ярамай. Ауыл ерендә торғас, малын да көтәбеҙ, ҡош-ҡортон да. Баҡса үҫтерәбеҙ, балалар ҙа ярҙам итә",-ти ғаилә башлығы Радмир Зәйләғи улы.

Күптән түгел йорт хужабикәһе Алһыу Игебаева "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булған.

"Ишле ғаилә - милләт түле" тигәндәй, Игебаевтарҙың балалары бар яҡлап бик талантлы, йыр-моңға маһирҙар, сәнғәтте яраталар. Киләсәктә лә йортоғоҙҙо, тормошоғоҙҙо йәмләгән балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, ул һәм ҡыҙҙарығыҙ бәхетле булһын!

Фото: Игебаевтарҙың ғаилә архивынан.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас