Өсөнсө тапҡыр Рәсәй Журналистар союзы үҙенең төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йыллыҡ йомғаҡ яһаны. Һәм тәүге егермелектә почетлы урын өсөн дәғүәселек тә ҡатыраҡ була бара. Иҫәп 1-2 балға ғына ҡыҫҡара. Әлеге лидерҙар исемлегендә яңы башлап тороусыларҙы күрәбеҙ. Лидерҙар алмашына һәм гел алда килгәндәргә урындарын бирергә тура килә.
Конкурстың төп һөҙөмтәһе шул: хәҙер күп бүлексәләр традицион киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа әүҙем мәғлүмәт эше алып бара, мөмкин тиклем күберәк файҙалы һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторорға тырыша. Рәсәй Журналистар союзы мәғлүмәт киңлегендә һәм ижтимағи тормошта нығыраҡ һиҙелә бара.
Иғтибарығыҙға алдынғы 20 исемлеген тәҡдим итәбеҙ: Волгоград өлкәһе, Мәскәү, Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған өлкәһе, Мәскәү өлкәһе, Тула өлкәһе, Краснодар крайы, Курск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Забайкалье крайы, Липецк өлкәһе, Омск өлкәһе, Санкт-Петербург, Свердловск өлкәһе, Калуга өлкәһе, Һамар өлкәһе, Томск өлкәһе, Белгород өлкәһе, Киров өлкәһе, Воронеж өлкәһе.
Күренеүенсә, был исемлектә Башҡортостандың Журналистар союзы өсөнсө урынды яулаған. Әйткәндәй, былтыр ҙа беҙҙең союз почетлы өсөнсө урында булған. Был - Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистары союзы тарихында беренсе тапҡыр ошондай тотороҡло һәм юғары күрһәткес.
Башҡортостандың журналистар союзы илдәге ҙур берләшмәләрҙең береһе булып тора. Унда 1700 журналист инә, 81 урындағы ойошмаһы бар. Ете район-ара ижади берекмә эшләй. Йыл һайын ойошмаға яңы ағзалар инә, араларында йәш журналистар ҙа күп. Әйткәндәй, профессиональ журналистарҙан тыш уҡытыусылар, ғалимдар, китапханасылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, клуб, архивта эшләгәндәр ҙә бар. Союз менән “Башҡортостан” гәзите редакторы Вәдүт Исхаҡов етәкселек итә.
Фото: "Бәйләнештә".