Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2023, 11:00

Емереклектәр араһынан ат килеп сыҡҡан!

Халыҡты шаҡ ҡатырған хәл хаҡында - яҙмала.

Емереклектәр араһынан ат килеп сыҡҡан!
Емереклектәр араһынан ат килеп сыҡҡан!

6 февралдә Төркиә менән Сүриә ерендә һуңғы йылдарҙа иң көслө ер тетрәүен күҙәтеп, бөтә донъя шаңҡыны. Был афәттә 45 меңдән ашыу кеше һәләк булды, 115-е зыян күрҙе.

Емереклектәр араһынан тере ҡалғандарҙы эҙләүгә тиҫтәләгән илдән ҡотҡарыусылар йәлеп ителде, шул иҫәптән Рәсәйҙән дә. Барса халыҡ иҫән ҡалған һәр йән эйәһе өсөн сикһеҙ шатланды, Хоҙайға рәхмәттәр уҡыны.

Эйе, ҡотҡарыусылар бик күп мөғжизәле хәлгә шаһит булды был көндәрҙә, тип яҙҙы Төркиәнең "Анталия хаҡында" яңылыҡтар порталы. Бына һуңғыларының береһе фажиғә булғандан алып 21 көндән емереклектәр аҫтынан тере ат табылыуы булды. Был видео интернет селтәрендә таралып та өлгөрҙө. Малҡайҙың артыҡ зыян күрмәгәнлеге күренә, шуға ла уны мал табиптары ҡарағандан һуң хужаһына тапшырған. Ысынлап та, мөғжизәле хәл.

Фото һәм видео "Анталия хаҡында" порталынан.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: