

"Торатау" конгресс-холында Волга буйы федераль округының "Рәсәй субъекттарының Волга буйы федераль округында, урманға мөнәсәбәт өлкәһендә, тапшырылған вәкәләттәрҙең һөҙөмтәлелеге: 2022 йылға йомғаҡ һәм 2023 йылға бурыстар" тигән округ кәңәшмәһе ойошторолдо.
Унда Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников, республикабыҙҙың Хөкүмәт ағзалары, шулай уҡ Волга буйы, Үҙәк, Көньяҡ һәм Урал федераль округы буйынса департамент начальниктары һәм башҡалар ҡатнашты. Көндөң тәүге яртыһында бер нисә түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыу булды. Артабан пленар ултырыш ойошторолдо.
Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников ер ҡалҡаны урмандың тормошобоҙҙа мөһим урынды биләүенә баҫым яһаны, уны күҙ ҡараһылай һаҡлау кәрәклеген билдәләне.
Иртәгә республикабыҙҙың урман хужалығы ойошмаларына сығып күсмә ултырыш уҙғарыу эш планынан ингән.
Әйткәндәй, бындай оло сара республикабыҙҙа юҡҡа уҙғарылмай. Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, республикабыҙ Волга буйы федераль округының, дөйөм алғанда, Рәсәйҙең урман хужалығы тармағы үҫешенә тос өлөш индерә.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.