* Оҙон боҙбармаҡтар – яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына.
* Ҡоштар йылы яҡтан көтөү-көтөү булып килһә – ныҡлы яҙға.
* Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, һыу күп, түбәндән осһа – аҙ була.
* Торналар иртә килһә, яҙ иртә килә.
* Бал ҡорттары иртә оса башлаһа – һәйбәт яҙға.
* Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
* 25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.
* Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.
Элек-электән һәр айға ҡарата үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен алып барыусылар булған, шуларҙан сығып, йылдың, айҙың нисек килеүен әйткәндәр. Һеҙҙең арала ла ундайҙар юҡмы, булһа, үҙегеҙҙең күҙәтеү һәм һынамыштарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: photographers.ua