Социаль селтәрҙә “Ярып бешерелгән бәрәңге” тип аталған ошо йыр таралды. Был йыр күптәрҙе бала саҡҡа алып ҡайтыр, моғайын. Һеҙҙең иғтибарға йырҙың һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Бай үҫмәнек, ләкин ас үҫмәнек,
Заманына күрә ауылда.
Ярып бешерелгән бәрәңгенең
Тәмен тоям һаман ауыҙҙа.
Ҡушымта:
Тәм-том беҙгә бик күп эләкмәне,
Һөтөн ҡуйҙы әсәй иртәнге,
Үҙе һалған йылы икмәк ҡуйҙы,
Ҡуйҙы ярып бешкән бәрәңге.
Шөкөр хәҙер ас заманы түгел,
Ҡулым төрлө аш-һыу бешерә.
Ләкин үҫмер саҡтың бәрәңгеһе
Ауыҙ һыуҙарымды килтерә.
Тулып тора ҡунаҡ өҫтәлебеҙ,
Һый артынан һыйҙар өҫтәлә.
Ярып бешерелгән бәрәңгеһен
Ҡуйыр микән әсәй өҫтәлгә?
Ҡушымта:
Тәм-том беҙгә бик күп эләкмәне,
Һөтөн ҡуйҙы әсәй иртәнге,
Үҙе һалған йылы икмәк ҡуйҙы,
Ҡуйҙы ярып бешкән бәрәңге.
Был йырҙың авторын, башҡарыусыһын белеүселәр булһа, комментарийҙарҙа яҙығыҙ. Ә һеҙ ярып йәки ҡабығы менән бешерелгән бәрәңге яратаһығыҙмы?
Фото: cafe-centralnoe.ru
Видео: "Ватсап" селтәренән.