Йәмғиәт
3 Март 2023, 08:23

Һалдаттар имен-һау ҡайтһын

bashkortostan.er.ru.bashkortostan.er.ru.
Фото:bashkortostan.er.ru.

Ҡырмыҫҡалы ра­йонында хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләү буйынса эштәр даими алып барыла. Битараф булмаған халыҡ һалдаттар үҙҙәрен хәстәрле тойһон өсөн аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар йыя, өйҙә һалма ҡырҡа, быҡтырылған ит әҙерләй, бауырһаҡ бешерә.

Һуңғы ваҡытта ауыл халҡы маскировка селтәрен әҙерләү менән шөғөлләнә. Селтәр үргән һәр кем был яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышана.

Был эште башлаған Оло Күл  халҡы башланғысын Прибельский һәм Ефремкин, Илтуған ауылдары әүҙемселәре дауам иткән. Буш ваҡыттары булғас та улар селтәр эшләү нөктәләренә ашыға. Был эштә балалар ҙа ҡатнашып, һалдаттарға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә.

– Беҙҙең егеттәргә ысынлап та маскировка ауҙары кәрәк. Һәм уларҙы эш­ләүҙә һәр беребеҙ ярҙам итә ала. Уны әҙерләү өсөн айырым оҫталыҡ талап ителмәй, – ти Илтуған ауылында йәшә­гән, был эште ауыл клубында ойош­тор­ған ауыл биләмәһе депутаты, яугир-интернационалист Рәфит Кил­дейәров.

Ефремкин ауылынан мәғариф ветераны Зинаида Трофимованың ике улы ла Ватан һағында. Шуға ла ул ситтә ҡалмай һәм ауылдаштарына был эштә ярҙам итә.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас