Оло тормош юлына аяҡ баҫып, сәстәргә сал төшһә лә, бала саҡ хәтирәләренә ныҡ бәйлебеҙ. Ә бала саҡта иң тәмлеһе – өләсәй бешергән икмәк. Әлшәй районынан шәхси эшҡыуар Марсель Самат улы Шәймөхәмәтов 2016 йылда икмәк бешереүгә тотонғас, өләсәһе бешергән икмәктең рецепт өлгөһөн тергеҙеп, ҡомалаҡ икмәге һәм сөсө икмәк бешерә башлай. Әле лә тап ошо икмәктәр магазин кәштәләренән иң беренсе булып һатып алынып бөтә.
– Егерме йылға яҡын район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләнем. Хеҙмәт юлымды водитель булып башланым, унан гараж етәксеһе булдым. Райондың аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиелары ябыла башлағас, икмәк бешереү комбинатын ҡуртымға алдым. Етештереүҙе генә түгел, хеҙмәт коллективын да һаҡлап ҡалыуға өлгәштем, – ти Марсель Самат улы.
Бөгөн комбинатта 25 кеше эшләй: икмәк бешереүселәр, кондитерҙар, водителдәр. Һәр иртә 60 – 75 ауылға хуш еҫле ҡомалаҡ икмәге, төрлө печенье юллана. Алты машина төшкә тиклем икмәкте ауылдарға алып барып ҡуя.
– Башлағанда ассортимент әллә ни ҙур түгел ине. 15 – 20 төр аҙыҡ етештергәнбеҙҙер. Әле 30 төр продукция бар. Икмәктең генә тиҫтәләгән төрөн бешерәбеҙ. Ауыл халҡы шылтыратып тәҡдимдәрен әйтә. Бындай осраҡта тағы дәртләнеберәк эшләйбеҙ. Мәҫәлән, телгә алып киткән ҡомалаҡ икмәге. Уның рецепт серен оҙаҡ эҙләнек. Ҡомалаҡты ситтән һатып алып ҡараныҡ, әммә тәме бөтөнләй икенсе. Шуға йәйен коллектив менән тәбиғәткә сығабыҙ ҙа ҡомалаҡ йыябыҙ. Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкәндекенең тәме лә, еҫе лә башҡаса. Был ҡомалаҡ әсеткеһендә һалынған икмәк оҙаҡ һаҡлана, тәме китмәй. Һәр башланғысыбыҙҙы хуплап торған хакимиәт башлығы Дамир Мостафинға, бизнес-шериф Светлана Труноваға рәхмәт әйткем килә. Беҙҙең уңыштың сере – бер маҡсатта янып, халыҡ өсөн эшләү, – тип һөйләй эшҡыуар.
Беҙ барғанда икмәк бешереү цехында эш ҡайнай ине. Көндөҙ бында тәмле печенье бешерәләр, ә дүрттән һуң икмәк бешереүселәр килеп етә. Ҡамыр баҫалар, төнөн икмәк һалалар. Кондитерҙарҙың береһе Әлфиә Абдуллинаның балалар өсөн печенье бешергән мәленә тура килдек.
– Хаҡлы ялда булһам да, эштән туҡтамайым. Күңелемде биреп башҡарам. Кондитер изделиеларына бары тик юғары сифатлы аҙыҡ алыуыбыҙҙан бигерәк ҡәнәғәтмен. Әлеге печеньеларҙы ла үҙемдең балаларыма, ейәндәремә алам. Шәкәре лә самалап ҡына һалына, юғары сифатлы аҡ май һалына, шуға ла улар матур, тигеҙ булып бешә, – тип ихлас һөйләй Әлфиә апай.
Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур. Аҙыҡ-түлек ассортиментын һәм һатыу даирәһен киңәйтеү. Ә был маҡсатҡа ирешеү өсөн заман ҡуйған кәртәләрҙе лә еңеп сығыу мөһим. Тәү сиратта көнәркәшлек. Ни генә тимә, Әлшәй районында өс ойошма икмәк бешереү менән шөғөлләнә. Тап һинең икмәгеңде алһындар өсөн тауарҙың сифаты юғары булырға, һатып алыусыға оҡшарға тейеш. Заман елдәренә бирешмәй, алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшергә ынтыла Марсель Шаймөхәмәтов.
Лилиә НУРЕТДИНОВА