Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 14:14

Батырҙар юлынан барған абынмаҫ

Кинйәабыҙ ауылында “Кинйә эҙҙәре буйлап” тип аталған байрам уҙҙы.

Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Ырымбур сигендә – тауҙар менән дала осрашҡан, бөйөклөк менән күңел киңлеге ҡушылған илаһи ерҙә – бәләкәй генә ауыл. Февралдең ажғыр бураны уны тотошлай күмергә, килер юлдарҙы ҡаплап ҡуйырға ныҡышһа ла, көсө етмәй: йәшәүгә ынтылышы, ҡеүәте ташып торған төйәктең ҡарҙан баҫылып ятырға уйы юҡ. Бына әле лә ҙур ҡор бара бында.

 

“Беренсе булырға тейешһегеҙ!”

 

Быйыл өс йөҙ йыллығын билдә­ләйәсәк Кинйәабыҙ халыҡҡа “ба­тыр­ҙар төйәге” булараҡ билдәле. Көйөргәҙе йылғаһы буйында ятҡан бәләкәй генә ауылдан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан! Улар – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров һәм Хәсән Ғайсин. Араларында танкист, гвардия майоры Ғәфиәтулла Арыҫланов – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бер нисә ай ғына ҡалғанда, 29 йә­шендә һәләк булған яугир, баш­ҡорт­тарҙан тәүге Советтар Союзы Геройы. Юғары исем уға 1940 йылда бирелгән. Ҡаһарман башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1973 – 1975 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғы­шында Емельян Пугачевтың баш полковнигы булған Кинйә Арыҫла­новтың вариҫтары шулай илһөйәр­лек, батырлыҡ, яусыллыҡ рухын юғалтмай, быуындан-быуынға тапшыра килә.

Ауыл халҡы бөгөн дә тыуған тө­йәген, тамырҙарын, рухиәтен, иманын һаҡлау өсөн көрәш юлында: “Айыҡ ауыл” республика конкурсында берҙәм көс, ҙур теләк менән ҡатнаша улар. Кешеләрҙең иҫәбе 81 генә булыуға ҡарамаҫтан, бәйге­нең район этабында еңеп сығып, хәҙер Көйөргәҙе данын Башҡортос­тан кимәлендә лайыҡлы яҡлауға бар көсөн һалалар. Февралдең һепертмә бураны мәлендә йыйған әлеге ҙур ҡорҙары ла – “Айыҡ ауыл” бурыстары нигеҙендә атҡарылған ихлас ғәмәлдәрҙең береһе.

“Кинйә эҙҙәре буйлап” тип атал­ған был киң ҡоласлы сарала көйөр­гәҙеләр генә түгел, Күгәрсен, Федоровка райондарынан, Ырымбур өлкәһенән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрамды асыу тантанаһында сығыш яһап, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Кинйәабыҙ халҡының берҙәм­легенә, ихтыяр көсөнә һоҡланыуын белдерҙе, ҙур конкурста лайыҡлы һынау үтеү өсөн тап шундай сифаттар мөһим булыуын билдәләне. Район советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев та батырҙар вариҫтарының рухи ҡиммәттәребеҙгә тоғролоғон юғары баһаланы, уларға “Айыҡ ауыл”да еңеү теләне. Мәртәбәле конкурста быға тиклем лайыҡлы һынау тот­ҡан Мораптал һәм Яҡшембәт ауыл биләмәләре башлыҡтары иһә махсус бүләк тә тапшырҙы. “Беҙҙең һы­маҡ республика кимәлендә ҙур уңыш ҡаҙаныуығыҙҙы теләйбеҙ. Белеүегеҙсә, Мораптал ауыл советына ҡараған Яҡут 2021 йылда конкурста икенселекте алды, ә былтыр яҡшембәттәр өсөнсө урынды яуланы. Тимәк, һеҙ быйыл беренсе булырға тейеш!” – тине улар.

Кинйәабыҙ ингән Свобода ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахман­ғолов еңеүгә ынтылыштың ысынлап та көслө икәнен әйтте. “Быйыл, өс йөҙ йыллыҡты билдәләгәндә, конкурста уңыш ҡаҙана алһаҡ, оло юбилейға ҙур бүләк булыр ине”, – тип изге уй-теләген еткерҙе ул һәм ауыл халҡын тағы ла әүҙемерәк эш алып барырға саҡырҙы.

 

Ырымбурҙарҙы көнләштереп...

 

“Атыш бар!” Ошондай команда бирелеү менән бер рәткә теҙелеп торған уҡсылар сәпкә тоҫҡап ата башланы. Араларында балалар­ҙың да, оло йәштәгеләрҙең дә булыуы ярышҡа бәҫ өҫтәне. Мәҫәлән, Федоровка районының Батыр ауылынан Хәлисә һәм Миҙхәт Багаевтар, етмеш йәштән үтеүҙәренә ҡа­ра­маҫтан, һоҡланғыс мәргәнлек менән сәпкә тейҙереп, башҡалар­ҙың да сәмен арттырып ебәрҙе. “Беҙ үҙебеҙҙең райондың Юлдаш ауылы вәкилдәренә ҡушылып килдек. Улар ҙа “Айыҡ ауыл” конкурсында һынау тота. Яҡташтары­быҙ­ҙы, шулай уҡ бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдар халҡын ихлас ҡеүәтләйбеҙ, һәммәһенә лә дәрт-дарман, лайыҡлы еңеү теләйбеҙ”, – тине Багаевтар, матур байрамға йыйған Кинйәабыҙ халҡына рәхмәт белдереп.

Майҙанға тәүәккәллек менән сығып баҫҡан бәләкәй генә ҡыҙҙың да мәргәнлеге, етеҙлеге, сослоғо хайран ҡалдырҙы. Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Әминә икән ул. Атаһы – әлеге ярышты ойоштороп уҙғарған шәп спортсы, уғатар, ҡу­райсы Линар Сәйфетдинов ме­нән ошондай сараларҙа гел ҡатнаша, бер аҙым ҡалмай эйәреп йөрөп, өйрәнеп, оҫталығын арттыра йәш мәргән.

Артабан ир-егеттәр, уҡыусылар арҡан тартышыу, суҡмар бәреү, “тарт-эт” уйындарында көс һынаш­ты. Барлыҡ ярыштарҙа район ха­кимиәте башлығы Юлай Ильясов­тың, ауыл биләмәләре етәк­селә­ре­нең дә сәмләнеп ҡатна­шыуы бай­рамға ихласлыҡ, йәнлелек өҫтәне.

Геройҙар үҫтергән төйәктең ҡа­тын-ҡыҙҙары һоҡланғыс ҡул эштә­ренән күргәҙмә ойоштороп, оҫта­лыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Мәҫә­лән, ошо ауылда тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар мәктәптә белем биргән Рәмзиә Ғиләжеваның сағыу ижад емештәре әллә ҡайҙан уҡ үҙенә са­ҡырып торғандай. “Сигеүгә, бәй­ләүгә бәләкәйҙән әүәҫ булдым, – ти Рәмзиә Ғәфүр ҡыҙы. – Ҡул эштәре тынысландыра, ауыр уй­ҙарҙан арындыра, шул уҡ ваҡытта – тормош көткәндә ҙур ярҙам да: мәҫәлән, кейем еткерә алмаған ауыр туҡһанынсы йылдарҙа балаларыма гел бәйләп, тегеп кейҙерә торғайным. Был шөғөлгә ҡыҙҙа­рымды ла иртә өйрәттем. Ғөмүмән, минең балалар бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫте. Таң менән тороп, яңы һа­уылған һөттө һатырға Күмер­тау­ға юлланырҙар ине. Шөкөр, хәҙер үҙ­ҙәре етеш донъя көтә. Төп эштә­ренән тыш, бер ҡыҙым ҡорама яһау менән шөғөлләнә, икенсеһе матур-матур әйберҙәр бәйләп һата. Улым иһә үҙ ауылыбыҙҙа төйәк­лә­неп, тамырҙарын һаҡлап йәшәй. Бәләкәйҙән төрлө эш белеп үҫкән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай”.

Рәмзиә Ғәфүр ҡыҙы “Айыҡ ауыл” конкурсының халыҡ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәтен, кешеләрҙе нығыраҡ берләштереүен билдәләне. “Күр­ше­ләребеҙ – ырымбурҙар – хатта көнләшеп ҡарай. Беҙгә лә шундай конкурстар кәрәк ине, тиҙәр. Күп сараларҙы улар менән берлектә уҙғарабыҙ”, – ти Рәмзиә Ғиләжева.

Ысынлап та, әлеге байрамға ла ырымбурҙар күпләп килгәйне. Улар барлыҡ ярыштарҙа сәмләнеп ҡатнашты, аҙаҡ батырҙар рухына, әлеге яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына бағышланған концертта сағыу сығыштар күрһәтте. Сәхнәгә шулай уҡ күрше райондарҙан килгән ҡу­наҡтар ҙа сыҡты. Мәҫәлән, Күгәр­сендән Линар Сәйфетдиновтың ҡурай моңо, Федоровканан Филүс Юлдашбаевтың дәртле гармун көйҙәре оло ҡор йыйған Кинйәабыҙ халҡына, гүйә, рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраны. Байрам һуңында уҙғарылған Ҡорбан ашы иһә иманға, дөрөҫ йәшәргә, йән һәм тән сәләмәтлегенә ынтылған яҡты уйлы замандаштарҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтты.

...Батыр яуҙа ла, тыныс тормошта ла һынала. Ҡаһарман ата-бабалары юлын дауам итеп, имен киләсәк өсөн бергәләп көрәшкән ауыл халҡы еңмәйенсә ҡуймаҫ. Яҡтылыҡҡа ынтылыу, көс-ғәйрәт – уларҙың ҡанында.

- Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас