Башҡортостандың Журналистар союзы Рәсәй Журналистар союзының иң һөҙөмтәле эшләгән өс бүлексәһе иҫәбенә инде. Республикалағы һөнәри журналистар берләшмәһе илебеҙҙең Журналистар союзы рейтингында икенсе йыл рәттән өсөнсө урын биләй.
– Был еңеүҙе Башҡортостандағы бөтә журналистарҙың уртаҡ ҡаҙанышы тип ҡабул итәм, – тине “Башинформ” агентлығына ойошма рәйесе Вәдүт Исхаҡов. – Һуңғы йылдарҙа беҙҙең Журналистар союзы етди саралар ойоштора. Тәү сиратта был – республика етәкселеге бүлгән иғтибарҙың һөҙөмтәһе ул. Һәр форумда республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы ла ошоно раҫлай. Беҙ Журфесты (журналистар һабантуйын) яңынан уҙғара башланыҡ, район-ара журналистар берекмәләре эшен тергеҙҙек. Төрлө йүнәлештәге Рәсәй сараларында ҡатнашыуыбыҙҙы ла айырып билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, былтыр Сочиҙа үткән “Бөтә Рәсәй” форумында беҙҙең ойошма икенсе урынды яуланы. Донецк Халыҡ Республикаһы журналистары менән хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеү төҙөнөк. Быйыл Луганск Халыҡ Республикаһының журналистар ойошмаһы менән дә ошондай уҡ килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, беҙ төрлө конкурстарҙы, семинар, презентация, спорт һәм мәҙәни сараларҙы даими ойошторабыҙ. Әммә быларҙың барыһы ла башҡарған эшебеҙҙең күҙгә салынған бер өлөшө генә. Йыл һайын Башҡортостан Журналистар союзына 40-50-ләп яңы ағза ҡабул итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе тармаҡтағы, айырыуса матбуғат баҫмалары журналистарының хәле борсомай ҡалмай. Күптәр тармаҡтан китә, йәш кадрҙар аҙ. Эш хаҡы бик түбән, ойоштороу техникаһына ҡытлыҡ, баҫмаларҙы алдырыусылар һаны кәмей – бөгөн тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.
“Башинформ” агентлығы алдараҡ хәбәр итеүенсә, был юлы Башҡортостан Волгоград өлкәһендәге һәм Мәскәүҙәге коллегаларыбыҙҙан ғына ҡалышты. Төбәк бүлексәләренең эшенә өсөнсө тапҡыр йыллыҡ йомғаҡ яһала. Бындай конкурстар төбәк бүлексәләренең ғәҙәти мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙә һәм мессенджерҙа әүҙемерәк мәғлүмәт эше алып барыуына булышлыҡ итә. Рәсәй Журналистар союзы мәғлүмәт киңлегендә лә, йәмәғәт тормошонда ла танылыу яулай.
Башҡортостан Журналистар союзының ХХIII сираттан тыш съезында йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыныуҙы иҫәпләүҙең яңы датаһы билдәләнде – 1921 йылдың 7 феврале . Тимәк, республика Журналистар союзының 100 йылдан ашыу тарихы бар. Ул Рәсәй Журналистар союзы составындағы иң ҙур берләшмәне тәшкил итә. Әле урындағы 81 ойошмала 1700 журналист эшләй. Ете район-ара ижади берекмә бар. 1070 журналист эшләп йөрөй, 629-ы – хаҡлы ялда. Союздың бөтә ағзалары ла эшмәкәрлеген киң мәғлүмәт сараларында ғына тормошҡа ашыра тип әйтеп булмай, улар башҡа тармаҡтарҙа ла бар – уҡытыусылар, ғалимдар, китапханасылар, клуб, архив, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре. Союз ағзалары араһында – 19 фән докторы, 59 фән кандидаты, 118 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 87 атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, 19 Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 кеше төрлө осорҙа Дәүләт Думаһы, РФ һәм БР Юғары Советы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, халыҡ артистары, рәссамдар, шағирҙар бар, 58 кеше – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2022 йылда республиканың 36 журналисына Рәсәй Журналистар союзынан ярҙам күрһәтелгән.
Фото: bashinform.ru
Сығанаҡ: bashinform.ru