Был донъяла бала юғалтыуҙан да ҙурыраҡ ҡайғы юҡ. Яңы ғына тыуған, бер йәше лә тулып өлгөрмәгән сабыйҙарҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында вафат булыуы йәш ата-әсәлә мәңге төҙәлмәҫ яралар ҡалдыра. Республика етәкселеге медицина йәһәтенән дә, социаль яҡтан да быға юл ҡуймаҫ өсөн бик күпте эшләй. Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәләренең береһендә ошо темаға айырым иғтибар бүленде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин республикала был йәһәттән уҙған йылда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 12 айында республикала бер йәшкәсә 153 бала вафат булған, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 67 балаға аҙыраҡ. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 4,2-не тәшкил итә, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 25 процентҡа кәмегән. Шулай итеп, 2022 йылға планлаштырылған маҡсатлы индикаторға (4,9) өлгәшелгән.
Ә иң ҡыуаныслыһы – 2022 йылда 17 муниципаль берәмектә бер йәшкәсә балаларҙың үлем осраҡтары бөтөнләй теркәлмәгән. Һүҙ Ауырғазы, Бишбүләк, Благовещен, Ғафури, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы хаҡында бара.
Ә бына Архангел, Бүздәк, Тәтешле, Балтас, Бөрйән, Баймаҡ, Федоровка, Асҡын райондары һәм Ағиҙел, Межгорье ҡалалары иһә балалар үлеме кимәле буйынса 10,5 һәм унан күберәк күрһәткес менән антилидерҙар булды.
– 2023 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткестәре юғары булған биләмәләрҙә йөклө ҡатындарҙы һәм бер йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарауҙы Республика клиник перинаталь үҙәге һәм Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре үҙ контроленә алды, – тине Азат Рәхмәтуллин.
Бәләкәй балалар ниндәй сәбәптәр буйынса үлә һуң?
Сабыйҙар үлеме структураһында беренсе урында перинаталь осорҙоң айырым хәле тора, икенселә – тыумыштан аномалиялар, өсөнсөлә – нервы системаһы ауырыуҙары, дүртенселә – инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар.
Барлыҡ сәбәптәр буйынса сабыйҙар үлеме кимәле 2021 йыл менән сағыштырғанда тын алыу ағзалары сирҙәренән (88,0 процентҡа), инфекция һәм паразитар ауырыуҙарҙан (47,7 процентҡа), шештәрҙән (33,3 процентҡа), тыумыштан аномалияларҙан (8,5 процентҡа), имгәнеүҙәрҙән һәм тышҡы йоғонтоларҙан (3,7 процентҡа) үлем осраҡтарының кәмеүе иҫәбенә аҙайған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәстәр өйҙәрендә лә һәләк була. Шуға күрә балаларҙың өйҙә үлем осраҡтарын булдырмау сабыйҙар үлемен артабан кәметеүҙең мөһим резервы һанала. Мәҫәлән, былтыр үҙ өйөндә 23 бәпес вафат булған. Төп сәбәптәр – социаль факторҙар: өс осраҡта социаль йәһәттән имен булмаған ғаилә (Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалалары, Шаран районы); бер осраҡта – дауаханаға ятыуҙан баш тартыу (Стәрлетамаҡ ҡалаһы); 16 осраҡта – ата-әсәләр яғынан тәрбиәләү һәм күҙәтеү етешһеҙлектәре, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәү.
– Быйыл өйҙә сабыйҙар үлемен кәметеү проблемаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары араһында ведомство-ара эш итеү юлы менән хәл ителәсәк, – тине чиновник.
2022 йылда тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренән сабыйҙар үлеме 22,8 процентҡа кәмегән һәм 10 мең тере тыуған балаға 6,1 осраҡ тәшкил иткән. Тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренән сабыйҙар үлеме структураһында йөрәк һәм ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлы етешһеҙлектәре һәм бик күп үҫеш кәмселектәре өҫтөнлөк итә.
– Тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренән сабыйҙар үлемен кәметеүгә пренаталь диагностиканың һөҙөмтәле системаһын формалаштырыу иҫәбенә өлгәшелде. Йөклөлөк ваҡытында тыумыштан булған үҫеш кәмселеге буйынса ультратауыш скринингы эксперт класы ҡорамалында район-ара яралғыны антенаталь һаҡлау кабинеттарында, федераль үҙәктәрҙә уҡыған белгестәрҙә уҙғарыла. Диагностиканың эксперт кимәлен Республика медицина-генетика үҙәге тормошҡа ашыра. Былтыр йөклөләрҙең 98,7 проценты ультратауыш скринингы менән тәьмин ителгән, – тине Азат Рәхмәтуллин.
Шулай уҡ министр вазифаһын башҡарыусы хәбәр итеүенсә, 2022 йылда яралғының хромосома патологияһы буйынса юғары хәүеф төркөмөндә инвазив пренаталь процедуралар һаны артҡан, хромосома микроаналыҡ анализы индерелгән, был һирәк осраған хромосома аномалияларын асыҡлауҙы 28,0 процентҡа арттырған.
Яралғының юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеүҙе талап иткән үҫеш аномалияларын диагностикалау ваҡытында федераль үҙәктәр менән телемедицина консультациялары үткәрелә, йөклө ҡатындар Мәскәүҙең һәм Санкт-Петербургтың алдынғы клиникаларына дауалауға һәм бала табыуға йүнәлтелә.
Дәүләт һәр яҡлап ярҙам итә
2022 йылда юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн федераль медицина ойошмаларына дауалауға федераль бюджет иҫәбенә 1671 бала ебәрелгән, мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса өҫтәмә 536 бала йүнәлтелгән.
Балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам хеҙмәте республика ҡалалары һәм райондарының ауырлы ҡатындарына һәм балаларына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген тәьмин итә.
Йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре урындарҙа ойоштороу-методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн медицина ойошмаларына бара. 2022 йылда 154 белгес ҡатнашлығында 73 тапҡыр район һәм ҡалаларға сығыу ойошторолған.
Былтыр санитар авиация линияһы буйынса һауа транспорты менән 42 йөклө һәм бер йәшкә тиклем 15 бала, ер өҫтө транспорты менән 70 йөклө ҡатын һәм 416 бала эвакуацияланған.
“Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, уларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыу” федераль проекты сиктәрендә медицина ойошмаларын йыһазландырыу өсөн республика дөйөм суммаһы 736,1 миллион һумлыҡ 342 берәмек диагностика медицина ҡорамалы алған.
2022 йылда балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам хеҙмәтен кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса эш дауам иткән. Йыл йомғаҡтары буйынса республикала табип-педиатрҙар менән комплектлаштырыу – 97,8 процент, акушер-гинекологтар менән – 96,9, неонатологтар менән 95,5 процент тәшкил иткән.
Рәмилә ЗӘИТОВА, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш неонатологы, Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы урынбаҫары:
– Сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса тәү сираттағы бурыстарҙың береһе – сәләмәт йәшәү рәүешен, буласаҡ ата-әсәләрҙең дөрөҫ туҡланыуын булдырыу, сөнки яралғыға йоғонто яһаусы эпигенетик факторҙар уның тыуғанына тиклем үк формалаша. Һүҙ балаға уҙғанға тиклемге 1000 көн тураһында бара. Ата-әсәләр уларҙың сәләмәтлегенән һәм йәшәү рәүешенән буласаҡ сабыйҙың һаулығына 50 проценттан ашыуыраҡ өлөш индереүен аңларға тейеш. Тәмәкенән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу рационын формалаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешенең башҡа бик күп факторҙары ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ир-егеттәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлауҙа иҫкәртеү звеноһын көсәйтеү ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға ярҙамды камиллаштырыу, сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса стратегик йүнәлештәр араһында иң мөһиме булырға тейеш.
Наталья МОИСЕЕВА, педиатр:
– Сабыйҙар үлеменең кәмеүе буласаҡ әсәләрҙең күбеһенең бәпес тыуыуға аңлы рәүештә ҡарауынан торалыр тип уйлайым. Улар ауырға ҡалғансыға тиклем үк организмдарын һауыҡтырыу менән шөғөлләнә башлай. Шулай уҡ әсәнең бала табыу йортон, сабыйҙы күҙәтеүсе медицина учреждениеһын һайлап алыу хоҡуғы булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Хәҙер бушлай медицина ла, шәхси клиникалар ҙа күп. Бынан тыш республикала профессиональ ярҙам күрһәтеү өсөн Перинаталь үҙәк асылды, даими рәүештә бала табыу йорттарын йыуыу, персоналды уҡытыу үткәрелә. Мәғлүмәт сығанаҡтары бик күп, көс һалырға һәм бөтә нәмәгә аңлы рәүештә ҡарарға ғына кәрәк.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА