Рәсим малайҙары менән бергә ҡаршыларында вайымһыҙ ҡиәфәттә ултырған ҡатынды моңһоу ҡараштары менән күҙәтә. Ул – ҡатыны. Бөгөн генә дауахананан ҡайтты. Әле ҡабаланмай ғына оло малайҙары яһаған сәйҙе эсеү менән мәшғүл. Йөҙө уйға батҡан, аптыраулы ҡараштарын бер нөктәгә төбәгән, ҡымшанмай ҙа тиерлек.
Юлдағы аварияла башы менән бәрелгәс, ул хәтерен бөтөнләй юғалтҡан һәм ирен дә, балаларын да танымай.
– Уның хәтере теләһә ниндәй мәлдә әйләнеп ҡайтырға мөмкин, бер ҡасан да ҡайтмауы ла бик ихтимал, – тигәйне табип уларҙы дауахананан оҙатырға сыҡҡанда. – Мин ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем.
Зилә өйҙәренә ҡайтҡас та ултырғыстың бер мөйөшөнә ҡунаҡланы, артабан нимә эшләргә лә белмәгәне күренеп тора ине. Кесе малайҙары Артур әсәһен күргәс, йүгереп килеп ҡосаҡланы, тик тегеһе яуапһыҙ ҡалды, йылмайманы ла. Артур күҙҙәрен сыл-сылт йомғоланы: нисек инде әсәһе уны һағынмаған да? Әсәһе өсөн уның әлеге мәлдә бөтөнләй ят бала булыуына ул һис төшөнә алмай ине.
– Ҡайғырма, атай, – тине оло малайҙары Тимур. – Әсәйемә хәтере әйләнеп ҡайтыр, беҙҙе лә шунда уҡ таныр.
– Әсәй, һинең әле бер кемде лә танымағаныңды беҙ аңлайбыҙ, – тине ул. – Хәтерләйһеңме, Артурға өс йәш булғанда беҙ “Шрек” булып уйнаныҡ: мин уға йәшел буяу һөрттөм, “тиҙ генә юйыла ул”, тип шаярттым. Иҫләйһеңме, һин беҙҙе әрләнең, шунан күмәкләп көлөштөк, аҙаҡ тағы әрләнең, аҙаҡ Артурҙан тағы көлөп бер булдыҡ. Шул кисте хәтерләйһеңдер, әсәй?
Әммә Зиләнең йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды, ундай ваҡиғаны иҫләмәгәне күренеп тора ине. Тимур уға ғаилә тормошондағы башҡа көлкөлө һәм хатта ҡурҡыныс мәлдәрҙе лә һөйләп алды, тик ул һәр береһенән һуң башын сайҡай ине:
– Юҡ, мин һеҙҙе хәтерләмәйем, ғәфү итегеҙ, малайҙар...
Рәсим Зиләнең хәлен аңлай ине: был ҡатындың аңлауынса, әле уның алдында өс ят кеше ултыра һәм хәленән килмәгәнде талап итәләр. Ул ҡулы менән өҫтәлгә шапылдатты:
– Малайҙар, әйҙәгеҙ, әсәйеңде артабан борсомайыҡ. Көтәйек әле.
Шулай ҡарар иттеләр. Зилә уйлана-уйлана кискә хәтлем йорт буйлап йөрөнө. Тик бер нәмә лә таныш түгел ине уға. Малайҙар йоҡларға ятҡас, ул мыштым ғына ире янына йоҡо бүлмәһенә инде:
– Рәсим, мин аңлайым – беҙ быға саҡлы бергә йоҡлағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Тик әлегә, ғәфү итегеҙ, мин айырым ятайым. Залдағы диванда йоҡлармын, түшәк кәрәк-ярағын ҡайҙан алырға икәнен күрһәтегеҙ ҙә...
– Зилә, һин миңә “Һеҙ” тип өндәшеүҙе туҡтат инде...
Бер аҙна үтте, ике, өс... Рәсим һәм уның балалары янында Зилә ят ҡатын булып йәшәүен дауам итте, уларҙың тормошонда ҡатнашмай ҙа, бер нәмә менән ҡыҙыҡһынмай ҙа ине. Элекке эшенә ҡайтты, хеҙмәттәштәре менән ҡайтанан танышып сыҡты. Тиҙҙән коллективтың ярҙамы менән ул быға тиклемге мәшғүллегенә төшөнә башланы. Ә бына ғаиләлә...
Малайҙар ғаиләләге хәлде ауыр кисерҙе, улар әсәһенең иркәләгәнен, яғымлы һүҙ әйткәнен көтә ине. Элегерәк әсәләре шулай итә ине бит... Тәүҙәрәк Артур, быға саҡлы булғанса, балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән әсәһенә унда нимәләр булғанын һөйләргә маташты.
– Әсәй! – тине ул өйгә инеү менән. – Бөгөн Гүзәл миңә бына нәмә бүләк итте!
Тик әсәһе битараф төҫтә башын ҡағып ҡына ҡуя, бер нәмә лә һорашмай ине. Тора-бара малай ҙа тойғолары менән уртаҡлашыуҙы туҡтатты. Тик ун ете йәшлек Тимур ғына һаман бирешергә теләмәй ине – ул, әсәһенең янына килеп, ғаилә тормошондағы төрлө ваҡиғаларҙы һөйләүен дауам итте, тик әсәй кеше барыбер бер нәмәне лә хәтерләй алманы.
Шул саҡта Тимурҙың башында план тыуҙы. Иртән әсәһенең эшкә киткәнен көтөп алды ла атаһына былай тине:
– Атай, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк. Мин бер нәмә уйланым, һинең раҫлауың кәрәк. Кисә күрҙеңме – Артур ҡулын йәрәхәтләне, шунда әсәйҙең борсолғанын күҙҙәренән күреп ҡалдым, оҙаҡҡа барманы уның был борсолоуы, тик ул ысын ине.
Улының ниндәй план ҡороуын тыңлағас та Рәсим шунда уҡ ҡаршы төштө.
– Юҡ, мин быға бармаясаҡмын, ундай нәмәләр менән шаярырға ярамай.
– Атай, мин барыбер эшләйәсәкмен быны. Беҙгә әсәйһеҙ ҡыйын! Мин инде бала-саға түгел, үҙемә ҡарар ҡылырға рөхсәт ит. Был да ярҙам итмәһә, әсәйем өләсәйебеҙгә китһен дә шунда йәшәһен. Артур төндәрен илай, шундай битарафлыҡты күргәнсе, әсәйҙе бөтөнләй күрмәүебеҙ яҡшыраҡ!
Кис Тимур өйгә ҡайтманы. Зилә быға иғтибар ҙа бирмәне. Йоҡларға ятыр алдынан Рәсим ҡатынына өндәште:
– Ни өсөндөр Тимур һаман ҡайтмай, төнөн улай юғалып йөрөмәй торғайнысы... Телефонға ла яуап бирмәй.
Тик Зилә иңбашын һикертеп кенә ҡуйҙы.
– Уға ун ете йәш, өлкән кеше тиһәң дә була, бәлки, ҡыҙҙар менән йөрөйҙөр. Борсолһаң, дуҫтарына шылтыратып ҡара.
Тимур иртән дә ҡайтманы. Рәсим тағы Зиләнең иғтибарын шуға йүнәлтте. Үҙе борсолған ҡиәфәттә ине, сөнки улының планы буйынса шулай тейеш. Ә Тимурҙың был ваҡытта өләсәһендә ҡунырға ҡалғанын ул, әлбиттә, белә.
Тимур өсөнсө көн дә ҡайтмағас, Зилә һорай ҡуйҙы:
– Тимур ҡайҙа беҙҙең? Хәбәр ҙә итмәйме ни һаман?
– Ә-ә, ниһайәт, ҡыҙыҡһындың. Улыбыҙ юғалған, мин уны эҙләтеүгә бирҙем. Бер ҡайҙа ла юҡ, дуҫтары ла күрмәгән.
– Ә ни өсөн һин, улай булғас, тыныс ҡына өйҙә ултыраһың? – тип аптыраны Зилә.
– Һин дә тыныс ҡына ултыраһың бит, мин дә шулай. Ул һинең дә улың бит. Артабан миңә нимә эшләргә? Эҙләтергә бирҙем тинем бит, әле эҙләйҙәр.
Зиләгә иренең шулай битараф ултырыуы һис тә оҡшаманы. Хатта уға асыуы килде. “Улыбыҙ юғалған, ә ул тыныс ҡына ултырасы!” Эйе, ул Тимурҙы хәтерләмәй, ләкин улың тип алдамайҙарҙыр бит инде.
– Нимәлер эшләргә кәрәк беҙгә, – тип ныҡышты ул. – Дуҫтарына шылтыратайыҡ, һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙеләр икән.
– Мин барыһына ла шылтыратып сыҡтым инде, береһе лә күрмәгән. Теләһәң, үҙең тағы шылтырат.
– Нисек шылтыратайым, мин уларҙың береһен дә белмәйем...
– Быныһы бөтөнләй сәйер: дауахананан сыҡҡаныңа ике ай, ә малайҙарыңдың тормошо менән ҡыҙыҡһынмайһың... Улар һинең дә балаларың бит...
Рәсим былай тип әйтеүҙең бәғерһеҙлек икәнен аңлай, шулай ҙа улының планын дауам итергә булды. Уға ҡалһа, был план барып сығасаҡ – Зилә борсола башланы бит...
Иртәгәһенә кис Зиләнең телефоны шылтыраны. Рәсим өйҙә юҡ ине, ул, йәнәһе, оло улын эҙләй. Ҡатын таныш булмаған ир тауышын ишетте. Ул Зиләгә исеме һәм атаһының исеме менән өндәште, Тимурҙың әсәһеме икәнен һорашты ла моргка килеп улының кәүҙәһен танырға ярҙам итеүҙе үтенде.
Зилә телефонды ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Артур менән Тимур был мәлдә подъездан фатирға ингән ишектең артында өйҙә нимә булырын тыңлап тора ине. Шул саҡ көтмәгәндә улар үкереп илаған тауышты ишетте. Әйтерһең дә, өйҙә бүре олой ине.
Фатирға йүгереп килеп ингәс, Рәсим менән малайҙары иҙәндә ҡысҡырып илап ултырған ҡатынды күрҙе. Оло улының иҫән икәнен күргәс, Зилә уға текләп ҡараны ла ... иҫенән яҙып ҡоланы.
– Әйттем бит, беҙ арттырыбыраҡ ебәрҙек! – тине Рәсим Тимурға. – Улай ярамай ине, артыҡ шаштырҙыҡ шул...
Иҫенә килгәндә Зилә диванда ята ине. Эргәһендә ике малайы ултыра, арттарында ире баҫып тора. Ул йәһәт кенә тороп ултырҙы. Тимурҙың йөҙөн ике яҡтан устарына алды ла иғтибар менән ҡараны, шунан һуң тиҙ генә Артурҙың йөҙөн дә шулай ҡулдары менән тотто. Бер нисә секунд уларға ҡарап торғас, илап ебәрҙе:
– Артур, Тимур, балаҡайҙарым, һеҙ иҫән-һау икән дәһә!
Ул малайҙарын алмаш-тилмәш үбә башланы. Шунан йәшле күҙҙәре менән Рәсимгә ҡараны:
– Нисек һеҙҙе танымағанмындыр инде, аптырайым... Әле генә берәү шылтыратты... Тимур тураһында...
– Барыһы ла яҡшы, Зиләкәйем, барыһы ла һәйбәт! – тип бүлдерҙе уны Рәсим. – Насар төш кенә булды, тип уйла. Быларҙың береһе лә ысын түгел. Тик беҙ генә бар, беҙҙең ғаилә һәм уның нигеҙе – һин!
Рәсим диванға ултырҙы ла ҡатынын, малайҙарын ҡосаҡланы:
– Беҙгә әйләнеп ҡайтыуың менән, Зилә! Һине өҙөлөп һағындыҡ!
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН