Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 20:00

Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!

Яңы Артауыл халҡы хәтәр шәп эш башҡарған  

Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!
Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов социаль селтәрҙә үҙенсәлекле яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ районды Яңы Артауыл ауылының йәшәйеше, бында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы башҡарылған матур эштәр тураһында бара.

“Яңы Артауыл – бай тарихлы ҙур ауыл. Бында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, магазин, Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы, мәсет бар. 320 йортта 788 кеше йәшәй. Халҡы берҙәм һәм ярҙамсыл. Күптәренең йорттары ҙур һәм матур, машиналары бар, етеш йәшәйҙәр. Ғөмүмән алғанда, уларҙың сәләмәт тормош алып барыуға стимулы етерлек. 40-тан ашыу ғаилә бал ҡорто тота. Фермер хужалыҡтары бар. Күршелә генә – “Ураҙа агрофирмаһы”, “Стандарт” йәмғиәте, ауыл халҡы шуларҙа йәки нефть тармағында эшләй.

Был ауылда эскелек сәскә атты, тип әйтеп булмай, әммә һирәк-һаяҡ эсеүселәр осрай ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең көмөшкә ҡыуыуы ла билдәле булды.

Был хәлгә нөктә ҡуйырға ваҡыт етте. Күрәһең, ундайҙар үҙҙәренең дөрөҫ йәшәмәүен аңлай башлағандыр. Халыҡ үҙ алдына маҡсат ҡуйҙы – ауылды айыҡлыҡ биләмәһе итергә.

Һүҙҙән эшкә күстеләр. Әүҙем кешеләрҙән Совет төҙөлдө. Шулар араһынан кемдер “Көмөшкә аппаратын тапшыр” тип аталған акция үткәрергә тәҡдим итә. Халыҡ был идеяны хуплап ҡаршы ала. Был әйбер кемдеңдер сарҙағында ятҡан була, икенселәр ваҡыты-ваҡыты менән йәшенеп кенә ҡулланып та алған була.

Ә бит тапшырыусылар табыла! Ошо аппараттарҙан урындағы оҫталар – Ренат менән Рөстәм Сәрүәровтар самауыр эшләргә була. Үҙ ауылы өсөн. Ул ҙур, 30 литрлыҡ, матур һәм нәзәкәтле килеп сыға. Хәҙер был самауыр – айыҡ тормош усағының символы. Ә тиҙҙән ул сәләмәт йәшәү рәүешен киңерәк танытҡан һәр сараның төп ҡунағына әйләнер, моғайын.

Көмөшкә аппаратының самауырға әйләнеүе Яңауыл районының башҡа ауылдар халҡында ла ҡыҙыҡһыныу уятты.

Яңы Артауылда төрлө спорт ярыштары, мәҙәни-масса саралары, форумдар даими үтә, йәштәр һәм балалар араһында тәрбиәүи эштәр алып барыла. Айырыуса ир-егеттәргә ҙур иғтибар бүленә. Айыҡ ир-егет – ныҡлы ғаилә терәге! Бер һүҙ менән әйткәндә, насар ғәҙәттәргә битараф булмағандарға ҡаршы етди көрәш алып барыла.

Тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы! Ауыл халҡының күптәре сәләмәт тормош рәүешен һайланы. Ауыл кибетендә лә алкоголь һорау менән ҡулланылмаған тауар һанала.

Инзилә Шәйхетдинова етәкләгән ауыл хакимиәтендә лә Яңы Артауылда эскелекте 100 процентҡа еңеү мөмкинлегенә ышаналар. Был ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙың матур бер өлгөһө лә”, - тип яҙҙы Илшат Әғзәм улы.

Яңы артауылдарға изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Самауырлы табын артында ауылдаштар бергә йыйылып, матур саралар үткәрһен, ауылдың киләсәгенә өмөт һәм бөгөнгөһөнә ҡот өҫтәп, күберәк йәш ғаиләләр барлыҡҡа килһен, сабыйҙар тыуһын!

Сығанаҡ һәм фото: И. Вәзиғәтовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!
Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!
Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!
Көмөшкә аппаратынан – 30 литрлыҡ самауыр!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: