Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 13:35

Кәсепселәр, оҫталар төбәге ул – Абдулла

Халыҡтың бөтмөрлөгө һоҡландыра.

Ҡариҙел районының Ҡараяр ауыл советы биләмәһе икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Былтыр Ҡараяр ауылы халҡы республикаға үҙен талантлы, булдыҡлы, әүҙем итеп танытһа, быйыл уларҙың сәмле эстафетаһын Абдулла ауылы күтәреп сыҡты. Конкурстың муниципаль этабында еңеп, ең һыҙғанып яңы маҡсаттарға үрләне улар. Төрлө йүнәлештәге саралар ойоштороу, халыҡ араһында айыҡ, сәләмәт тормошҡа ҡарата пропаганда эштәре алып барыу, әлбиттә, ауыл әүҙемселәре иңенә төшә.

 

Улар менән ғорурланабыҙ

 

Күптән түгел, мәҫәлән, берҙәм абдуллалар Орсоҡ байрамын үткәрергә ҡарар иткән. Быға буран да ҡамасауламаған. Ауыл урамда­рының береһе, ҡунаҡ ҡаршы­лағандағы кеүек, дәртле көйҙәре менән әллә ҡайҙан саҡырып тора ине. Иң элек ҡар өҫтөндәге “Айыҡ ауыл” яҙыуы күҙгә ташланды. Рәт-рәт булып ауыл һөнәрмәндәренең кәсептәрен күҙаллатҡан күргәҙ­мәләр теҙелеп киткән. Ағастан се­мәрләп яһалған әйберҙәр, ултыр­ғыс-кәштәләр, картина-паннолар янында төрлө формалағы кәрзин­дәр теҙелгән – алтын ҡуллы ке­шеләр йәшәй икән бында! Асыҡ­ланыуынса, уларҙы тал сыбыҡ­та­рынан оҫталар Эльвира менән Фәнис Закировтар үрә. Шулай уҡ һәр күргәҙмә урынында йүкә, сәскә балы һалынған һауыттар ҙа уңған­дарҙың күплеген бәйән итә. Иҫ китерлек хозур тәбиғәт ҡосағында шулай йәшәйеш йәмен татып йә­шәй белә абдуллалар. Ата-баба­ларҙың кәсептәрен һүндермәйенсә быуындан-быуынға тапшыра килеү­ҙәре лә хуплауға лайыҡ.

Шулай ҙа сараға килеүселәрҙең иғтибарын иң тәүҙә  “Абдулла ауылының ғорурлығы” тип аталған ҙур баннер йәлеп иткәндер. Унда ауыл тарихы, урмансылар, һалсы­лар тормошо, мәктәп эшмәкәрлеге, ауылдың йәше-ҡарты, билдәле шәхестәрҙең фотолары урын алған. Сарала һәр кем үҙенең таныштарын, яҡындарын күреп ҡыуанды. Ауылдаштары Рәсәй һауа флоты отличнигы, беренсе класлы пилот Рафаил Йәғәфәров, “Башҡортос­тан” дәүләт телерадиоком­панияһы­ның радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров һәм башҡа күренекле шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров оҙатыуындағы рәсми делегацияны ауыл йәштәре икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы вәкилдәре Рөстәм Баянов, Гөлназ Һөйәрғолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова ауыл халҡын уңыштары менән ҡотланы. 50 йыл бергә йәшәгән Зилә менән Раил Дауытовтарҙың өлгөлө ғаиләһенә, ауылда милли мәҙәниәтте күтәреүгә күп көс һалған клуб методисы Миләүшә Мусинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын еткерҙеләр.

Сараға Асҡын районының Ҡаш­ҡа ауылы вәкилдәре лә килгәйне. Ошондай уҡ конкурста ҡатнашып йөрөгән ҡашҡалар менән “дуҫлыҡ күпере” һалынды. “Дуҫлыҡ” инструменталь ансамбле (етәксеһе А.Ғ. Әбүбәкиров) менән “Серҙәштәр” фольклор коллективы ла (етәксеһе Ф.З. Яруллина) үҙҙәренең йәнле сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне, сәхнәнән милли рух бөр­көлөп торҙо.

Ауыл ерендә орсоҡто белмәгән кеше юҡтыр ул. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында уға бәйле күп кенә гәүһәр өлгөләр бар. Мәҫәлән, “Бәләкәй генә аҡ көсөгөм йүгерә-йүгерә ҙур булды”, “Бәләкәй генә тайым бар, бәйҙә тороп һимерә” һымаҡ йомаҡтар ҙа һаҡланып ҡалған. Абдуллалар ҙа Орсоҡ байрамын осраҡлы ғына һайламаған. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ традицияларының күркәмлеген ошо байрам аша күрһәтеү, хеҙ­мәткә һөйөү, ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе сараның төп маҡсаты итеп алған улар.

– Нәҡ буранлы, оҙайлы ҡышҡы көндәрҙә ауыл халҡы үҙ ваҡытын әрәм итмәгән, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, үҙе белгәнде күрше­һенә, туған-тыумасаларына, дуҫ-әхирәттәренә өйрәткән. Кис улты­рыуҙар, матур өмә-байрамдарға әүерелеп, халҡыбыҙҙың күңел һандығында һаҡланып ҡалған, – ти ауыл методисы Миләүшә Мусина.

 

Бала саҡҡа ҡайттыҡ...

 

Ысынлап та, байрам буласаҡ өй күркәм итеп йыһазландырылған, тантана рухы һауала эленеп торған кеүек. Түрҙә ауыл ағинәйҙәре тетелгән һарыҡ йөнөн “зыр-зыр” итеп орсоҡтарына әйләндерә, иҙән­дә ҡыҙ-ҡырҡын оло инәйҙәренең өйрәтеүендә йөн яҙа... Яндарында иләнгән ептәр менән тулған орсоҡтар ята. Ябай ағас ултырғыс түңкәрелеп ҡуйылған, уның ике аяғына йыуылған әҙер еп бер­кетелгән, артабан шул еп йомро йомғаҡҡа урала. Был ысулды борон хужабикәләр яндарында кеше булмаһа ҡулланған, ә көндөҙ эшкә балалар йәлеп ителгән, ике ҡулды айырып ҡуйып, йомғаҡ уралған.  Ауыл тормошоноң йәме булған был тылсымлы күренеш шул тиклем тамаша ҡылыусыларға ыңғай тәьҫир итте, хатта байрам ҡунаҡтары, етәкселәр был эшкә ихлас ҡушылып китте.

Өмә ваҡытында матур йырҙар, шаян һүҙҙәр, эшләп ултырған йәш­тәргә ҡарата теләктәр ҙә күп яңғы­рай. Абдуллалар быны онотмайынса, йолаларҙы теүәл башҡарҙы. Орсоҡ өмәһе уҙғас, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ бәйләм бәйләүгә күсә. Элек-электән кис ултырыуҙа береһенән-береһе уҙҙырып, матур-матур биҙәктәр менән бейәләй-ойоҡбаш бәйләгәндәр. Тап ошо яҡтарҙа ҡыҙ-ҡырҡын суҡлы бирсәткә бәйләгәне лә билдәле. “Кейәү бирсәткәһе” тип атала ул! Ҡунаҡтар, ошондай суҡлы бирсәткәне күреп, хайран ҡалды, бәғзеләре кейеп тә ҡараны.

Бындай өмәләрҙә хужабикә, ғәҙәттә, өҫтәленә мул һыйын теҙгән. Был юлы ла ҡыҙыу яғылған ме­йес­тә тәгәрәтелгән картуф, уның ҡыҙыуында “ухауат” тотоп беше­рел­гән мейес ҡоймағы, аҡ майға муйыл йәки сейә тултырылған ҡа­тырма һәм башҡа ауыл ризыҡтары барыһын да үткәндәргә алып ҡайт­ты. Уларҙың тарихын Әлиә Зә­кир­йән ҡыҙы Камалиева тәфсирләп һөйләне. Гармун моңо, ҡумыҙ, мандолина сыңы абдуллалар өсөн һис ят түгел, әле булһа ла был ҡоралдарҙа яратып халыҡ көйҙәрен уйнайҙар. “Гөлъямал” халыҡ йыры иһә күптәрҙе хисләндерҙе. Шундай өмәләрҙә ауыл егеттәре үҙҙәре күҙ атҡан ҡыҙҙарға орсоҡ яһап бүләк итер булған. Был күренеште лә ағинәйҙәр матур атҡарҙы, орсоҡ эйәһенә төрлө теләктәрен еткерҙе.

Бына шундай иҫ киткес тамаша әҙерләгәйне абдуллалар. Ҡунаҡтар зауыҡлы, нәҡ ошо төбәк башҡорт­та­рына хас булған аллы-гөллө нағыштар менән биҙәлгән кейем­дәрҙәге уңғандар менән иҫтәлеккә фото төшөп, ыңғай тәьҫораттар менән таралышты.

– Иҫ киткес байрам булды. Хатта күҙ алдында үҙемдең өләсәй-инәйҙәр пәйҙә булған кеүек тойолдо, шул ваҡыттар һағындырып, беҙҙе бала саҡҡа алып ҡайтты, күҙ йәшенә мансылып сығып киләм, – тип тәьҫораттарын уртаҡлашты депутатыбыҙ Светлана Тура­йәнова.

Был арала урамда йыр-моң, уйын-көлкө өҙөлмәне, йәш-елкен­сәк, бала-саға төрлө бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты. Берәүҙәр уҡтан ата, икенселәр тулы биҙрәле кө­йән­тәләр менән ярыша. Был сараны район мәҙәниәт һарайының автоклуб бригадаһы ла йәмләп-биҙәп торҙо. Шулай итеп, бар нес­кә­лектәрҙе, муйынсаҡтағы мәрйен­дәй теҙеп, ойошҡан рәүештә алып барыуға өлгәшкән Ҡараяр ауыл би­ләмәһе башлығы Рәйсә Сол­та­нованың һәм уның эшлекле коман­да­һының фиҙакәр хеҙмәте ярылып ята.

– Абдулла – тыуған ауылым. Ауылдаштарымдың сәләмәт тормош алып барыуы өсөн ғорурланам. Күмәкләшеп магазин-кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ, шуға ла халҡыбыҙ айыҡ, аҡыллы, иманлы, күркәм донъя көтөргә ынтыла. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” төбәк конкурсында беҙҙең ауылдан Илмира менән Илфат Шәйхинуровтар “Ғаилә кәсебе” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Был ауылдаштарымдың уңғанлығы, бөтмөрлөгө тураһында һөйләй, – ти Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы.

Халҡыбыҙҙың боронғо йолалары өлгөләре тураһында бай мәғлү­мәт алып, тәжрибә уртаҡлашып, илһамланып, матур тойғолар менән таралышты байрамға килеүселәр.

- Гөлнара СОЛТАНОВА
Ҡариҙел районы

Читайте нас: