“Кейек ҡаҙ юлдары” йыры билдәле артист Филүс Ҡаһиров менән өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған Артур Хәсәновты дуҫ ҡына түгел, туғанлаштырып та бөткән. Был турала Филүс Ҡаһиров үҙе “Болғар радиоһы”на һөйләгән. Алып барыусы унан “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡа кеше башҡарыуында ишеткәс ниндәй хистәр тыуҙы", тип һораған.
– Шатлыҡ хисе тыуҙы. Яҡташым Артур Хәсәновтың тауышын ишеткәс ғорурландым. Кемдер һинең йырыңды ишетеп, йырлап йөрөй икән, был бит ҙур бәхет! Тимәк һин эшеңде бушҡа башҡармайһың. Йыр йырланғанда йырсы ла, уның авторҙары ла бәхетле, – тигән ул.
Баҡһаң, Филүс менән Артур даими рәүештә аралашып тора икән.
– Беҙ уның менән көн һайын тиерлек аралашып торабыҙ. Был ваҡыт эсендә туғанлашып бөттөк. Ул йыш шылтырата, хәлдәрен белешәм, аралашабыҙ, Артур минең хәлдәрҙе лә һорай гел. Беҙ уның менән ағалы-ҡустылы булып бөттөк. Артурҙың хәле яҡшы, Аллаға шөкөр, – тигән ул.
Фото: социаль селтәрҙәр.