Көйөргәҙе тарафтарында булғанда Кинйәабыҙ ауылынан ҡул эштәре оҫтаһы Гөлфиә Рахманғолова менән иң элек уның һуҡҡан балаҫтары аша таныштыҡ. “Айыҡ ауыл”конкурсы сиктәрендәге байрамда ойошторолған күргәҙмәләге күҙҙең яуын алып торған зауыҡлы балаҫтарҙы күреп, уның хужаһы менән танышыу теләге тыуҙы. Әңгәмәсем һөнәре буйынса уҡытыусы булып сыҡты. Хәҙер инде 30 йыллап ул башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Ә ике йыл элек балаҫ һуғыу эше менән ҡыҙыҡһына башлай. Әсәһенең элек шәл бәйләүе, өләсәһенең балаҫ һуғыуына ла бәйлелер уның ҡул эштәренә тартылыу сере. Бының өсөн станок һатып алып, коллегаһы Ризелә Биктимерованан ошо һөнәр нескәлектәрен өйрәнә башлай.
– Тәүҙә буй балаҫтарын һуғырға өйрәндем, аҙаҡ аҫалыларын да эшләп ҡараным. Был шөғөл үҙемә лә оҡшап китте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла яҡшыраҡ станок алып ҙурыраҡ эштәргә тотонорға тигән ниәтем дә бар, – тине Гөлфиә Нурис ҡыҙы.
Үҙе сығышы менән ошо райондың Яҡуп ауылынан. Эш рәтен белеп үҫеү һәр кемгә ғаиләһендә һалына тигән фекерҙә әңгәмәсем. Был йәһәттән атай-әсәйҙең матур өлгө күрһәтә белеүе лә мөһим.
Әсәһе Тутыя Әбделғәзиз ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем һауынсы, атаһы Нурис Ҡәүи улы тракторсы булып хеҙмәт иткән.
– Атай-әсәйем ябай һөнәр эйәләре булһа ла, тырышлыҡтары, уңғанлыҡтары менән беҙгә үрнәк күрһәтте. Өс бала үҫтереп, беҙҙе бала саҡтан хеҙмәткә өйрәттеләр. Уларҙың донъялары бөгөн дә ҡотло, йәмле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ ғына мәрхүм булды, – тине ул ғәзиздәренә ҡарата рәхмәтле булыуын йәшермәй.
Хеҙмәт менән үҫкәндәр эштән ҡурҡмай. Бәләкәйҙән һалынған егәрлелек Гөлфиә Нурис ҡыҙына үҙе тормош ҡорғас та ярҙам итә. Фермерлыҡ хужалығы ойоштороуға тотоноуы ла тап ошоға бәйле. Тормош иптәше Фәнис Мансур улы, улдары менән бер төптән алып барғанға ла эше ырай. Әйткәндәй, Рахманғоловтар ике ул үҫтерһә, өлкәне Зөфәр әлеге көндә әрме сафтарында хеҙмәт итә, кесеһе Заһир 9-сы класта белем ала.
– 255 гектар сәсеүлек, 60 гектар бесәнлек, 200 гектар көтөүлек ерҙәребеҙ бар. Һыйыр малдарының һаны 35-кә етһә, бынан тыш йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Был эштәрҙе күмәк булмаһаң, башҡарыу мөмкин түгел. Ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ҡайһы саҡта күршеләребеҙ ҙә ярҙам итә, – тип фермерлыҡ өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты Көйөргәҙе фермеры.
Тырыш хужалар хәстәрлеге менән хужалыҡ яңы техника менән дә тулылана, күптән түгел МТЗ-82 тракторы һәм культиватор алып ҡайтҡандар.
Өлгөрлөк тә, йүнселлек тә, туғандар, дуҫтар араһында берҙәмлек тә тойола ошондай замандаштарыбыҙҙың уңыш серҙәре нигеҙендә.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА