Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 13:21

Әсәй, башҡаларға ла ярҙам ит!

Ундайҙар алдында баш эйергә кәрәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Былтыр ноябрь айында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эргәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре үҙҙәренең комитетын ойошторғайны. Уның етәксеһе итеп Саҡмағош районынан Резида Ильясова тәғәйенләнде. Ул район советы депутаты, йәмәғәт эшмәкәрлеге, ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнә.

– Беҙҙең йәмғиәттә махсус хәрби операцияла ирҙәре йәки улдары ҡатнашҡан, һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр берләшкән. Улар бер-береһенә ярҙам итә – маскировка селтәрен үрә, шәмдәр эшләй.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаи­ләләренә психологик, юридик ярҙам да күрһәтәбеҙ. Һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре үҙҙәре ҡайғы кисер­гәс, башҡаларға ярҙам итер­гә ынтылып торалар, изге эштәре менән үҙҙәрен йыуа­талар. Мәҫәлән, улар ара­һын­да шундай әсәйҙәр бар – бер улы махсус хәрби операцияла һәләк булған, ә икен­сеһе әле фронтта. Ошон­дай әсәйҙәр алдында баш эйергә кәрәк, сөнки баланы юғалтыуҙан оло ҡайғы юҡ. Улар иң ҡәҙерле кеше­һен Ватан өсөн биргән. Үҙҙәренә ауыр булһа ла, улар бөгөнгө хәлде аңлап ҡабул итә, илһөйәр рухлы булып ҡала, – ти ул.

Әйткәндәй, Резида Ильясова үҙе лә рухлы, көслө башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының асыҡ өлгөһө. Ун бер бала әсәһе. Өс йәшлек ейәненә һәм ике айлыҡ ейәнсәренә өләсәй. Саҡмағош райо­нындағы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе. Ирекмәнлек, хәйриәлек ме­нән шөғөлләнә. Әле “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары партия мәктәбендә курс үтә, шулай уҡ ирекмәндәр өсөн беренсе медицина ярҙамы серҙәрен үҙләштерә. “Шәф­ҡәт туташы курсының һуңғы этабын үтәм. Ғәмәли өлөшө Башҡорт дәүләт медицина университетында уҙҙы”, – тип уртаҡлашты ул. Шулай уҡ Башҡорт кооперация институтында хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу һөнәренә уҡып йөрөй.

Резида Ильясова Саҡма­ғош районында күптәргә яҡшы таныш, уны райондаштары уңған, оҫта хужабикә, тормош иптәше Филүс Рәүил улының ныҡлы терәге, балалары өсөн йән атып торған әсәй, яҡташтарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер йәмәғәтсе итеп белә.

“Ниңә йәмәғәтсе булыу теләге тыуҙы? Ҙур ғаиләне бағып өлгөрөргә кәрәк бит”, – тип ҡыҙыҡһындыҡ унан.

– Минең бер улым – медицина хеҙмәткәре, икенсеһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар: “Әсәй, беҙҙең өсөн генә йәшәмә, баш­ҡа­ларға ла ярҙам ит. Һине күп балалы әсә тип кенә бел­мәһендәр, ә йәмғиәтебеҙгә фай­ҙалы кеше тип тә таны­һындар”, – тип кәңәш ит­теләр. Шунан һуң ошондай йәмәғәт эшенә тотондом. Хәҙер был эшмәкәрлегем оло ки­нәнес килтерә, сөнки райондаштарым өсөн фай­ҙалы эштәр башҡарам, уларҙың ҡайғы-шатлыҡ­тарын уртаҡлашам, мәсьә­ләләрен хәл итеү юлдарын эҙләйем. Һәр эште йән йылыһы, йөрәк наҙы менән башҡарам. Депутат эшмә­кәрлеге кеше­ләргә ярҙам итеү­ҙән ғибәрәт. Халыҡ менән төрлө дәрәжәләге етәкселәр араһында бәйлә­неш тыуҙырырға тырыша­быҙ, – тине ул.

Оло йөрәкле ҡатын яңғыҙ һәм оло йәш­тәге, физик мөмкинлектәре сикләнгән ке­шеләргә лә ярҙам итә. “Уларҙың күптәре, матди ярҙамдан да бигерәк, иғ­тибарға, аралашыуға зар-интизар. Беҙ Саҡмағош райо­нындағы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары менән уларға дарыу, аҙыҡ-түлек алып килеү, документтар юллау йәһә­тенән ярҙам итәбеҙ. Район башҡорт ҡоролтайының ата-әсәләр комитеты (етәксеһе – Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы Сәләхова) ағзалары менән берлектә Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар йөк йыйыуҙа ярҙам итәбеҙ”, – тип дөйөм эштәргә туҡталды ул.

Әйткәндәй, был ойошмалар йәш быуында илһө­йәрлекте тәрбиәләү, үҫмер­ҙәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса ла әүҙем эш алып бара.

Йәмәғәт эше күп шәхси ваҡытты ала. Резида Зәкә­риә ҡыҙына ла Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советының ойоштороу эш­тәрендә әүҙем ҡатнашырға һәм ошо маҡсатта йыш Өфөгә йөрөргә лә тура килә. Шуға ла: “Бындай ваҡытта нисек өлгөрә­һе­геҙ?” – тип ҡыҙыҡһынам. “Ҡәйнәм Глүзә Әнғәм ҡыҙы – оло терәгем. Юлға сыҡҡанда өйҙө, балаларҙы уға ышанып ҡалдырып, тыныс ҡына йөрөй алам”, – тине ул.

Эйе, теләк булғанда, изге эштәр өсөн йөрәк янып торғанда, яҡшылыҡҡа юлдар үҙе асылалыр.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: