Йәмғиәт
3 Март 2023, 08:26

Сорғот башҡорттары берҙәм

Беҙҙең ҡыҙҙар һынатмай.

2021 йылдың мартында мине Сорғот ҡалаһының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе итеп һайланылар. Башта “Хәлемдән килерме икән был эш?” тигән икеләнеү ҙә булды, шуға күрә Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Гөлфиә Янбаева менән аралашып, кәңәш һораным. Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тигәндәй, әкренләп, бер ҡор булып ойошоп, матур ғына эшләй башланыҡ.  

Сорғотта бик күп йылдар уңыш­лы эшләп килгән “Ҡурай” башҡорт ойошмаһы бар, уның етәксеһе – Зөлфирә Тимерхан ҡы­ҙы Италмасова. Шулай уҡ “Ирән­дек” вокаль ансамбле (етәксеһе – Наилә Батыр ҡыҙы Зөлҡәрнәева-Байшөғөрова), Башҡорт тарихи-мәҙәни ойошмаһы (баш белгес – Динә Фәнил ҡыҙы Бүләкова) маҡ­сатлы эшмәкәрлек алып бара. Баш­ҡорт тарихи-мәҙәни ойош­маһы методисы, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова, “Шат­лыҡ” бейеү ансамбле етәксеһе Лилиә Камил ҡыҙы Ғарифуллина ла ихлас ярҙам итә.

Бөгөнгө яҙмамда айырыуса ике кешегә оло рәхмәтемде белдергем килә. Сит төбәктә милләттәштәрен ойоштороуға ҙур көс һалып, бай­рамдарҙы, осрашыуҙарҙы юғары кимәлдә үткәргән Гөлсирә Камил ҡыҙы менән танышыуыма шатланып бөтә алмайым. Уның ярҙа­мында өс бүлмәле бинаны ремонтлап, Фәрит һәм Фариз хәҙрәттәрҙән аҙан әйттереп, ағинәйҙәр менән бергәләп намаҙ уҡыуҙы башлап ебәрҙек.

Гөлсирә Әбдрәшитова йәштәр менән дә маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара. Улар өсөн махсус рә­үештә йәш башҡорт артис­тарын Сор­ғотҡа саҡырып, концерттар, осрашыуҙар ойоштора.

“Ирәндек” вокаль ансамблен етәкләгән Наилә Батыр ҡыҙы ла – бөтә яҡтан килгән оҫта белгес, композитор, шағирә. Башҡортса һөйләшә белмәгән балаларға башҡортса йырҙар өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре, ҡала кимәлендәге сараларҙа ла сығыш яһап, конкурстарҙа даими еңеү яулай. Мәҫәлән, Салауат менән Камил Вәлиевтәр шундай матур итеп “Мин – башҡорт балаһы”, “Шайморатов-генерал” һәм башҡа йырҙарҙы башҡара.

Илдар Үзбәков атлы уҙаман ике улы менән йыр өйрәнергә йөрөй. Шул тиклем матур йырлауына һоҡланып, “Улым, һин йырсымы әллә?” тип һорағайным: “Йырсы түгелмен, Наилә Батыр ҡыҙы өйрәтте!” – тине ғорур рәүештә.

Бына шундай талантлы башҡорт ҡыҙҙары йәшәй Сорғотта. Гөлсирә Камил ҡыҙы менән Наилә Батыр ҡыҙы тураһында республи­кабыҙ халҡы ла уҡып ҡыуанһын. Баш­ҡортостаныбыҙҙан алыҫта йәшәһәк тә, ошондай яҡташтарым булғанда, эш алға барыр.


Рәхилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Сорғот ҡалаһы

Читайте нас