Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2023, 14:16

Тарихты онотмай кинйәабыҙҙар

Атаһы эшләгән сәңгелдәк – музей биҙәге.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Кинйәабыҙ ҙур ауыл түгел, ләкин Кинйә Арыҫлановтың музейы булыуы менән билдәле ул. Үткәндәребеҙ, ошо төбәктең билдәле шәхестәре тураһында бай тарих һаҡлана бында. Музей етәксеһе Ризелә Биктимерова әйтеүенсә, 2001 йылда асылған музей үҙенә әллә күпме ҡыҙыҡлы тарихи ҡомартҡылар туплаған.

Музей дүрт өлөштән тора, тәүгеһе – этнография залы. Унда борондан һаҡланып ҡалған тормош-көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. Тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған йыһаздар, һауыт-һаба, эш ҡорал­дарында ата-балаларыбыҙҙың тормошо сағыла. Күптән инде көнкү­рештән юғалған әйберҙәрҙе лә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, биш­бармаҡ һалыу өсөн ағас ашлау, ҡымыҙ бешеү өсөн тәпән, боронғо көҙгөләр, кәштәләр, ҡулдан эшлән­гән шкафтар... Һәр береһе йәш быуын өсөн яңылыҡ. Ошо ауыл би­лә­мәһенән табылған IV быуат­тағы хәнйәр ҙә үҙенсәлекле экспонат.

Шулай ҙа улар араһында иң ҡы­ҙыҡлыһы, Ризелә Мансур ҡыҙының үҙе үҫкән бишектер. Атаһы ҡыҙы тыуғас, үҙ ҡулдары менән яһаған сәңгелдәк байтаҡ йылдар уҙһа ла үҙенең йәмен юғалтмаған.

– Дүрт туғаным һәм үҙемдең балаларым ошо бишектә үҫте. Шуға был ҡомартҡы минең өсөн айырыуса ныҡ ҡәҙерле, – тип айырым йылылыҡ менән һөйләне сәң­гелдәк тураһында Ризелә Мансур ҡыҙы.

Күрше Тимербай ауылында тыуып үҫһә лә, байтаҡ ғүмере ошо ауыл менән бәйле. Педагогия училищеһын тамамлағас,1980 йылда Кинйәабыҙға уҡытыусы булып килә һәм ошо яҡта төпләнә. Кинйә-Абыҙ, Абдул мәктәбендә лә эшләргә тура килә уға. Ҡырҡ йыллап ғүмерен педагогия эшенә арнаған Ризелә Мансур ҡыҙы хаҡлы ялда әлеге музейға етәксе­лек итә. Һәр ҡомартҡының тарихын белә, уларҙың боронғо тәғәйен­ләнеше тураһында ла ҙур кинәнес менән һөйләй музей етәксеһе.

Кинйә Арыҫланов менән Емельян Пугачевтың осрашыу мәлен са­ғылдырған диорама музейҙың ҙур ғына бер өлөшөн биләй. Ба­лауыҙ һындар ҙа ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп оҫта эшләнгән.

Артабанғы зал Емельян Пугачев етәкселендәге Крәҫтиәндәр һуғы­шына арналған. Был залда документтар һаҡлана, Кинйә Арыҫла­нов­тың ҡулы менән яҙылған фар­ман­дарҙың күсермәләре лә бар. Кинйәабыҙҙа Кинйә Арыҫла­новтың музейы булдырылыу тарихы тураһында ла әйтеп үтте уның етәксеһе:

– Кинйә ауылының тарихы 1770 йылдан билдәле. Уға Бошман-ҡыпсаҡ улысы старшинаһы Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған. 1830 – 1859 йылдар араһында Кинйә ауылын Кинйәабыҙ тип йөрөтә баш­лайҙар. Ул ваҡытта ике ауылдан тора. Уның береһе бөгөнгө көндә бөткән. Шуға Кинйәабыҙҙа баш­ҡорт старшинаһының музейы булыуы ғәжәп түгел. Музейҙың тарихына килгәндә, 1993 йылда тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Кинйә Арыҫлановтың 270 йыллы­ғында беҙҙең ауылға килде һәм музейҙың нигеҙенең беренсе ташын һалды, –тип һөйләне Ризелә Мансур ҡыҙы.

Музей ярайһы уҡ ҙур майҙанды биләй. Һәр залдың үҙенең темаһы. Бер бүлмә ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙә­ре­нә, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған.

– Утыҙ ғына өйлө ауылдан 62 кеше фронтҡа киткән. Шуларҙың 28-е һәләк булып ҡалған. Ауылдаш яугирҙәребеҙ араһында өсәү Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған – Ғәфиәтулла Арыҫ­ланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин. Улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ, – тине музей етәксеһе.

Дүртенсе залды күргәҙмәләр залы биләй. Унда ошо ауылдан сыҡҡан данлыҡлы кешеләрҙең портреттары, тормош юлдары тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған.

Тарихын белгән быуындың та­мырҙары ла ныҡ. Тыуған ерен ярат­ҡан илһөйәр балалар тәрбиәләү йәһәтенән тап ошондай музейҙар үҙ иңенә ҙур бурыс йөкмәгән.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: