Йәмғиәт
3 Март 2023, 08:22

Ышаныслы тылды тойһондар

bashkortostan.er.rubashkortostan.er.ru
Фото:bashkortostan.er.ru

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Дүртөйлө район бүлексәһе ағзалары, Дүртөйлө территориаль профсоюзының беренсел профсоюз ойошмалары рәйестәре, дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре күп профилле колледжға йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға милли ризыҡ – сәк-сәк әҙерләгән.

– Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан егеттәребеҙҙе ҡыуандырырға булдыҡ. Был тәмлекәс уларға өйҙәренең, туғандарының, дуҫтарының, бәләкәй Тыуған илдең йылыһын иҫтәренә төшөрһөн. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары кеүек ышаныслы тыл булғанда, улар мотлаҡ еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтасаҡ. Беҙ ир-егеттәребеҙгә ышанабыҙ һәм улар өсөн ныҡлы таяныс буласаҡбыҙ, — тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Дүртөйлө бүлексәһе секретары, профсоюздың район территориаль ойошмаһы рәйесе Фәйрүзә Шәйхетдинова.

Аш оҫталарына Күп профилле колледждың студенттары, уҡытыусылары ярҙамға килгән. Улар милли ризыҡтың рецебы һәм әҙерләү технологияһы серҙәре менән уртаҡлашҡан.

Рәмилә МУСИНА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас