Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2023, 19:00

Ҡадир Ишҡыуатов һүҙендә тора

Йәрмөхәмәт ауылында башланғыс класс уҡыусылары үҙ мәктәптәрендә белем ала.

Ҡадир Ишҡыуатов һүҙендә тора
Ҡадир Ишҡыуатов һүҙендә тора

Баҡтиһәң, мәктәпте һаҡлап ҡалыу өсөн күп тә кәрәкмәй, бары тик теләк кенә булһын. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында ғүмер итеүсе Ҡадир Ишҡыуатовтың тырышлығы арҡаһында ғына бында мәктәп эшләй.

– Башланғыс класс уҡыусыларының таң һарыһынан автобуста мәктәпкә барыуын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? – ти Ҡадир Ишҡыуатов. – Ике ауыл араһы – 14 саҡырым. Шуға күрә мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында халыҡтан ҡултамғалар йыйып, район хакимиәтенә юлландым.

Район хакимиәтенән вәкилдәр килеп, Йәрмөхәмәттә халыҡ менән дөйөм йыйылыш уҙғара. Әлбиттә, Ҡадир Айса улы иң беренсе булып сығыш яһай, иң мөһиме, ул мәктәпте йылытыу өсөн утын менән ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Шул иғтибарға лайыҡ, Ҡадир Ишҡыуатов һүҙендә тора. Ысынлап та, бөгөн Йәрмөхәмәт ауылында башланғыс класс уҡыусылары йылы мәктәптә белем ала.

Фото: Ҡадир Ишҡыуатов.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: