Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2023, 08:00

Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!

Дәртле ҡырмыҫҡалылар ауылда этнодискотека ойошторған. Унда өс ауыл кешеләре ҡатнашҡан. Асыҡланыуынса...

Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!

Ҡырмыҫҡалы районынан Эльнара Шәймәрҙәнова беҙгә түбәндәге яңылыҡты ебәргән:

“Йыш ҡына “ҡала менән сағыштырғанда, ауыл ерендә йәшәүе күңелһеҙерәк, сөнки күңел асыу саралары юҡ”, тигән фекер ишетергә тура килә. Ә бына Күлләр, Алайғыр, Ефремкин ауылдары халҡы бының тап киреһен иҫбат итә. Улар төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙы ойоштора ла, күңел дә аса белә.  Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, улар Ефремкин ауылы клубына этнодискотекаға йыйылды. Рәхәтләнеп, ихлас күңелдән милли көйҙәргә бейене халыҡ. Күңелле генә түгел, мауыҡтырғыс та булды сара. Оҫталар белгәнен өйрәтергә лә  өлгөрҙө: ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡалаҡтарҙа, бубенец, трещотка кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә теләүселәр күп ине. Ул ғына түгел, бындағы талантлы кешеләр ҡул бысҡыһында ла көй сығара белә! Мәҫәлән, был оҫталығы менән Валентина Иванова ихлас уртаҡлашты.

Милли биҙәүестәр эшләү ҙә хәҙер бик популяр күренеш. Был шөғөлдөң серҙәренә төшөнөргә теләүселәр ҙә артҡандан-арта. Сарала улар өсөн дә мөмкинлек тыуҙырылған ине – оҫталыҡ дәрестәрендә ололар ҙа, балалар ҙа теләп ҡатнашты. Ҡулға ҡына ярҙамында һүрәт төшөрөү дәрестәре лә ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. “Ойоштороусыларыбыҙ ҙа шәп, үҙебеҙ ҙә бындай сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Тормошобоҙҙо йәмле, йәнле булыуы – үҙебеҙҙең ҡулда”, - ти ҡатнашыусылар”, - тип яҙа Эльнара Шәймәрҙәнова.

Фото: Эльнара Шәймәрҙәнова.

Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Елкендерә күңелдәрҙе милли бейеү көйҙәре!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: