Ошо көндәрҙә Дүртөйлөлә «Кесе ватаным - Атайсал» дүртенсе зона форумы үтте. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.
Унда Башҡортостандың 10 муниципалитеты: Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Яңауыл райондары вәкилдәре ҡатнашты. Сара күргәҙмәнән башланды, унда ҡатнашыусылар үҙ биләмәләрендә тормошҡа ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы. Шулай итеп, программа башлағандан алып был зонала 248 проект тормошҡа ашырылған, шуларҙың 180-дән ашыуы - былтыр.
Дүртөйлөләр район Советы депутаты, «Ленин» тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Дәүләтбаевтың проектҡа индергән өлөшөн иң әһәмиәтлеләрҙән тип атаны. Ул бер юлы бер нисә ҙур проектҡа ярҙам иткән. Тыуған ауылында мәсет төҙөгән, урындағы мәҙәниәт йортон ремонтлаған, хоккей ҡумтаһы төҙөшкән һәм балаларҙы форма менән тәьмин иткән. Мәмәҙәл ауылында уның ярҙамында тиҙҙән Ҡайғылы әсәгә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Әле майҙансыҡ тулыһынса әҙер, апрелдә рәсми асыу планлаштырылған.
«Тыуған ауылымды йәштәр өсөн үҫтерәм. Йәштәрҙе гаджеттар һәм компьютерҙарҙан айырыу өсөн. Хәҙер 40-50 бала хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡумта төҙөлгән саҡта уларҙың барыһының да ҡулында телефон бар ине. Ә хәҙер ҙур теләк менән боҙҙа шыуалар. Тимәк, эш юҡҡа ғына түгел. Йәштәрҙең ауылда йәшәү мөмкинлектәренең бер ҙә кәм булмауын, бөтә шарттарҙың булыуын күреүе - үҙе бер ҡыуаныс. Шуға күрә социаль объекттар төҙөргә тырышам. Был минең тыуған төйәгем, шунда тыуғанмын һәм үҫкәнмен, шуға күрә проекттар менән шөғөлләнәм. Миңә инде эшләп тапҡаным етә, аҡсам бар, шуға социаль мәсьәләләр менән дә шөғөлләнергә ваҡыт. Шунһыҙ булмай», - тип уртаҡлашты Альберт Рафаэль улы.
Төҙөлгән проекттар һаны буйынса тәүге өсәү иҫәбенә Краснокама районы инде. Ике йыл эсендә унда 1,5 меңдән ашыу изге эш тормошҡа ашырылған. Район халҡы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерә, мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлай, һәйкәлдәр ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә.
«Краснокама халҡы - үҙҙәренең бәләкәй ватанын, ауылдарын, мәктәптәрен, үҫкән, тәрбиәләнгән урындарын яратҡан кешеләр. Һәм һәр ваҡыт яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтелде. Был проект төҙөкләндереүгә төрлө финанс ресурстары, ваҡыты, техникаһы булған кешеләрҙе киң йәлеп итте. Әлеге проект тыуған яғын һөйөүселәрҙе берләштерҙе һәм маҡсаттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе», - ти Краснокама районы Советы секретары Алексей Горбачев.
Краснокама халҡын изге эш эшләргә өгөтләргә кәрәкмәй, тигән миҫалды Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуып үҫкән эшҡыуар Айрат Мортазин раҫлай. Уның финанс ярҙамы менән тыуған ауылы Яңы Аҡтанышбашта мәктәп биләмәһе кәртәләп алынған, электр менән тәьмин итеү системаһы тулыһынса яңыртылған, ойоштороу техникаһы һатып алынған. Шулай уҡ Белем көнө һәм уҡыу йылын тамамлау уңайынан уҡыусыларға бүләктәр һатып алған, уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштарға өлгәшкән өлкән класс уҡыусылары өсөн премия булдырған. Ауыл халҡының үтенесе буйынса элекке китапхананы мәсеткә әйләндереү өсөн аҡса биргән. Хәҙер Айрат Мирҡәләм улы Һауа-десант ғәскәрҙәре яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә. Миҫал өсөн, яңыраҡ ул яуҙағы яҡташтарына УАЗ «буханка» автомобиле һатып алған. «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында әйтеүенсә, уның өсөн иң яҡшы награда - шатлыҡ һәм йылмайыу.
«Тыуған ил минең өсөн шундай төшөнсә – атай-әсәйҙе һәм Ватанды һайламайҙар. Ул беҙҙең өсөн изге төшөнсә һәм йылдар үтеү менән ул тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара. Минең өсөн йәшәү - башҡалар өсөн хеҙмәт итеү. Башҡаларға игелек эшләгәндә, ул мотлаҡ һиңә әйләнеп ҡайта. Балаларҙың, тыуған яҡ халҡының шатлыҡлы йөҙҙәрен күрһәң, күңелде нисектер еңеләйтә», - тип аңлатты ул үҙенең ярҙам итергә теләүен.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, «Атайсал» проектына ярҙам итеүҙең иң әһәмиәтле өлөшө уҙған йылда махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Быйыл беҙҙең төп хәстәрлегебеҙ һалдаттарыбыҙға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү булды. Мин үҙем гуманитар конвой составында хәрби хеҙмәткәрҙәргә барып ҡайттым. Улар яҡташтарына рәхмәт белдерҙе. Сөнки, Владимир Путин әйтеүенсә, беҙ хаҡлы», - тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов.
Һәр районда һәм ҡалала йөҙләгән кеше, кәрәкле әйберҙәрҙе йыйған, уртаҡ маҡсат менән берләшкән. Ә эшҡыуарҙар производстволарын «хәрби» рельстарға ҡуйған. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһынан «Игла» компанияһы уҙған йылдың йәйенән хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар тегә башлаған. Быға тиклем улар флис кейеме тегеү менән шөғөлләнгән микропредприятие булған. Хәҙер дарыуханаларҙан алып бронежилеттарға тиклем тегәләр. Ателье хужалары бағыусылар таба, улар материалдар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә, кәрәкле кейемдәрҙе тегә һәм гумконвой менән хәрби операция зонаһына оҙата.
«Бөгөн беҙҙең ассортиментта бронежилеттар, һаҡланыу саралары, сумкалар, кейем-һалым бар. Хәҙер аптечкаларға ҡытлыҡ ҙур, шуға күрә уларға баҫым яһайбыҙ. Туҡыма һәм башҡа кәрәкле материал һатып алабыҙ, башлыса, Ҡытайҙан һәм Беларусь Республикаһынан», - тип билдәләне компания директоры Антон Бочаров.
Форумда бер нисә майҙансыҡ эшләне, унда хәҙерге шарттарҙа яҡташтарҙы берләштереүҙең әһәмиәте, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары, брендтарҙы күтәреү, йәғни муниципалитеттарҙың танылыу яулауы һәм туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Пандемия йылдарында халыҡ бындай йәнле осрашыуҙарҙы һағынды, тигән фекергә килде ҡунаҡтар. Район һәм ҡалалар делегациялары бер-береһенә ҡунаҡҡа килер, тип килештеләр. Йәғни форум тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ғына түгел, шулай уҡ берләшеү, күршеләр менән дуҫлашыу сәбәбе лә булды. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙ сығышында билдәләүенсә, проекттың төп бурысы тап ошонда ла, ә «Атайсал»дың хәйриә эшмәкәрлегенә ни тиклем күберәк аҡса тотоноу, социаль объекттар төҙөү тураһында ғына түгел. Шулай уҡ Башҡортостан халҡын изге эштәр аша берләштереү ҙә мөһим.
«Беҙҙә үткән һәр семинар һайын, ә был дүртенсе форум, яңы тәьҫораттар һәм һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Бөгөн былар барыһы ла ысын тигән ассоциация барлыҡҡа килде, сөнки залдағы мөхит бөтөнләй икенсе. Был концерт һәм эшлекле осрашыу ғына түгел. Бында күңел ҡушыуы буйынса иҫ киткес эштәр эшләгән эскерһеҙ кешеләр ултыра, улар тормошто йәмлерәк итә. Ә ихласлыҡ менән бәйле ғәмәлдәрҙең барыһы ла - ысын», - тине Урал Килсенбаев.
«Кесе ватаным - Атайсал» зона муниципаль форумдары циклы 2022 йылдың 18 ноябрендә Асҡында башланғайны. Икенсе форум 9 декабрҙә Ағиҙелдә үтте, ә 18 февралдә фекерҙәштәр - меценаттар Туймазыла йыйылды. Киләһе эстафетаны Мәләүез районы ҡабул итә. Мәғлүм булыуынса, «Атайсал» йәмәғәт проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса 2020 йылда кесе ватанына меценатлыҡ ярҙам системаһын булдырыу ниәтенән эшләй башланы. 2023 йылда иғлан ителгән Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылы асылда проекттың дауамы ул. Ике йыл эсендә «Атайсал» сайтында дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумлыҡ 16 меңдән ашыу ғариза теркәлгән. Изге эштәрҙе ғәмәлгә ашырыуға 900 миллион һум аҡса һәм 4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Башҡортостанда йәшәүселәр йышыраҡ шишмәләрҙе, зыяраттарҙы, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлдәрен төҙөкләндерә, ғибәҙәтханалар, мәсеттәр төҙөй һәм ремонтлай.
Фото: bashinform.ru