Өфөлә йәшәгән ике бала атаһы Стас У. балконға сыҡһа, урамда асырғанып сабый илағанын ишетә. Йәһәт кенә кейенеп, дуҫы һәм туғаны менән тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгерәләр.
Барғанда көрттә сыр-яланғас бала ятҡан була, эргәлә ҡарҙа иҫерек әсәһе ултырған. Һыуыҡҡа сыҙай алмай ҡысҡырған баланы йәһәт кенә курткаға төрөп, ҡарға бата-бата өйгә ашыға улар һәм «Ашығыс ярҙам» саҡыралар. Табиптар өшөгән, тән температураһы юғары күтәрелгән ҡыҙҙы реанимацияға алып китә.
Аҙаҡ шул асыҡлана: 48 йәшлек иҫерек әсәй балаһын ҡарға төшөрөп ебәргән, үҙе шунда уҡ ултырып йоҡлап киткән. Эскесе ҡатындың был сабыйҙан тыш тағы дүрт балаһы булғаны билдәле. Тик уларға хоҡуҡтан мәхрүм ителгән ул. Етмәһә, ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән. Әлеге сабыйы менән мунсала көн күргәндәр. Әле балаһын тейешле ҡарамаған өсөн законға ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын үҙ ғәйебен таныған, тип хәбәр итә «Моя Уфа/Новости» яңылыҡтары.
Фото: Моя Уфа /Новости.