Сираттағы "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы 8 Мартҡа бағышланды. Ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында барҙы.
Студияға Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына байрам теләктәрен еткерергә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та килде һәм тапшырыуҙы алып барыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
"Етәксе кеше гел эш менән мәшғүл, ваҡыты тығыҙ. Һеҙҙеке - бигерәк тә, тотош республика менән идара итергә кәрәк. Ғаиләгеҙҙә быны нисек ҡабул итәләр?" тигән һорауға Р.Хәбиров: "Ҡатыным эшемдең үҙенсәлектәрен, асылын бик яҡшы аңлай, шуға ла миңә был яҡтан еңел. Эшемдең төп урын алып тороуын ул аңлап ҡабул итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҡындарым менән аралашырға ваҡыт табырға тырышам", – тине.
Осрашыу аҙағында Р.Хәбиров республиканың гүзәл заттарын етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
– Һеҙҙе бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ. Һаулыҡ, бәхет теләйем, һеҙҙе яратһындар, һеҙ яратығыҙ. Тағы ла бер теләгем – үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан, яратып башҡарыр шөғөл табырға яҙһын. Ғүмер ҡыҫҡа, шуға ла иң мөһиме – күңелдә нур балҡыһын, бергәләп ауырлыҡтарҙы еңә барырға булһын. Бәхетле булығыҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! – тине ул.
Фото: Башинформ.