Республикабыҙ Башлығы Өфөлә йәшәгән йәнә бер уникаль шәхес – Евгений Трофимович Струговец менән таныштырҙы. Уның хаҡында Р.Хәбиров социаль селтәрҙәрендә алып барған "Һоҡланғыс кешеләр тормошо_Башҡортостан" (#ЖЗЛ_Башкортостан) рубрикаһында яҙҙы.
"Бөгөн Өфөнөң иң ҡыҙыҡлы һәм сағыу кешеләренең береһе Евгений Трофимович Струговецҡа – 90 йәш. Уның тураһында һөйләп үтмәксемен.
Евгений Трофимович Струговец Шишмә районында тыуған, 40-сы йылдар башында ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килгән. 12 йәшенән «Динамо» стадионында спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә, 1947 йылда Башҡортостан чемпионы була. Аҙаҡ спорттан баш тартырға тура килә, әммә тормошонда мөһим урын биләгән тағы бер шөғөлө – фән барлыҡҡа килә. Губкин исемендәге Мәскәү нефть һәм газ институтын тамамлағандан һуң, ил буйлап сәйәхәт итә, төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында эшләй. Докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, уның 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте һәм авторлыҡ танытмалары бар.
Ә һуңғы йылда Евгений Трофимович күп ваҡытын Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәгендә үткәрә. Ул асылғаны бирле бөтә ярыштарҙы ла ҡарап бара. Заманса, спортсылар өсөн уңайлы, барыһы ла бар.
Евгений Трофимович менән ҡатыны Лариса Ивановна инде 53 йыл бергә, ике улдары бар.
Хөрмәтле Евгений Трофимович, тыуған көнөгөҙ менән! Һаулыҡ, йылы мөнәсәбәт һәм аңлау теләйем", – тип ҡотланы уны Р.Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov