Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2023, 17:00

60 йәшендә... ҡыҙы тыуа

60 йәшендә бала тапҡан ҡатын әле нисек йәшәй?

60 йәшендә... ҡыҙы тыуа
60 йәшендә... ҡыҙы тыуа

Галина Шубенинаның мөғжизәле тарихы тураһында 2015 йылда билдәле булды. Тап шул саҡта, 60 йәшлек ҡатындың ҡыҙы тыуа. Балаға һирәк исем бирәләр – Клеопатра. Шул саҡтан алып был ғаиләнең хәле күптәр өсөн ҡыҙыҡ. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙәге иң өлкән йәштәге әсәй. 

Мәскәүҙә тыуып үҫкән ҡатындың яҙмышы тәүҙә башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай: кейәүгә сыға, улы тыуа, күп эшләй. Тик ғаилә төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡала һәм ҡатын улын яңғыҙы тәрбиәләй. Яңынан кейәүгә сығыу тураһында уйланмай ҙа. Ә улы ҙурайып, үҙаллы була башлағас, “үҙе өсөн” йәшәй башлай. Әхирәттәре менән йышыраҡ осраша, бейеүгә йөрөй. Шунда буласаҡ ире Алексей менән таныша ла инде.

2005 йылда Галинаның тормошонда һынылыш мәле була: тәүҙә әсәһе үлә, бер нисә айҙан - улы, тағы бер йылдан атаһы вафат була. Ул яңы ире менән генә ҡала һәм уртаҡ бала тураһында уйлана башлай. Үҙенә 50 йәштәр булған саҡта сабый табырға теләй, тик табиптар был уйынан баш тартырға мәжбүр итә. Ә бына 60 йәш тулғас, ул бер кемдән дә һорап тормай.

Йөклө мәлен 60 йәшлек буласаҡ әсә һәйбәт үткәрә. Шулай уҡ бейеүгә йөрөй, әүҙем тормош алып бара. Буласаҡ ата-әсә был осорға яуаплы ҡарай: ауырға ҡалғансы анализдар тапшыра, һаулыҡтарын тикшерә.

Табиптар ҡурҡытырға тырышһа ла, Клеопатра ваҡытында һәм һап-һау булып тыуа. 2016 йылдың ғинуары була был. Әлбиттә, сабый тыуғас, ғаилә ҡайһы бер ауырлыҡтарға тарый. Мәҫәлән, финанс яҡтан. Атай ҙа, әсәй ҙә пенсионерҙар, ә бала сығымдар талап итә. Тик улар барыбер бошмай. Ҡыҙҙары уларҙы ҡыуандырып аҡыллы һәм һәләтле булып үҫеп килә.

Әле ғаилә башлығының һаулығы менән проблемалары башланған. Ул инфаркт кисергән, аҙаҡ баҫҡыста ҡолап имгәнгән, ә былтыр йәй көнө коронавирус арҡаһында дауаханала оҙаҡ ҡына ятып сыҡҡан. Ҡатыны менән ҡыҙы уның өсөн бик борсола. Ә Галина үҙенең һаулығы тураһында нығыраҡ ҡайғырта башлаған, сөнки уға бер нимәгә ҡарамай ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Уларҙың бер-бер хәл булһа, ҡыҙҙы ҡарарлыҡ баша яҡын туғандары юҡ. 

Ғаилә үҙҙәренең тирә-яғында танылған. Күптәр уларҙың тарихын белә. Ә белмәгәндәр Галинаны ҡыҙҙың өләсәһе тип ҡабул итә. Ҡатын быға һис үпкәләмәй. Шул уҡ ваҡытта ул башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы бындай аҙым яһар алдынан ныҡлы уйланырға саҡыра. "Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт үҙенекен итә, өләсәй булыр ваҡытта йәш әсәй булыуы һис тә еңел түгел", ти ул. 

Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ул бирешмәй, сөнки ҡыҙы уның тормошо мәғәнәһенә әйләнгән. Ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ. 

Фото: syl.ru

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

60 йәшендә... ҡыҙы тыуа
60 йәшендә... ҡыҙы тыуа
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: