-9 °С
Болотло
«Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, - тип мөрәжәғәт иткән Хәжәр Заһит ҡыҙы махсус операцияла ҡатнашҡан ейәненә. - Һуғыштар булмаһын, бар ил менән тырышабыҙ».
Был хаҡтағы видеоны Ағиҙел ҡалаһы мэры Фәнис Ғилуанов үҙенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә һалған, тип хәбәр итә «Моя Уфа» яңылыҡтар порталы.
93 йәшлек инәй хәрбиҙәрҙе үткән 23 февраль байрамы менән ҡотлап: «Һеҙгә еңел түгелдер, әммә һеҙ еңәсәкһегеҙ, ғаиләләрегеҙ хаҡына!»-ти һәм хәрбиҙәргә бағышлап йыр ҙа йырлап ишеттергән ул.
Фото һәм видео: "Моя Уфа".