Шишмә районынан Л. Сәлихова исемле авторыбыҙ түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.
“Гүзәл заттар – ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың байрамы етергә лә күп ҡалманы. Ошо айҡанлы һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында өләсәйҙәр, әсәйҙәр, ейәнсәрҙәр ҡатнашлығында "Өс быуын" тигән бик матур сара ойошторолдо.
Унда Дурас, Ҡараяҡуп, Түбәнге Хәжәт ауылдары вәкилдәре ҡатнашты. Һәр ғаилә үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы шатландырҙы. Сара ярыш рәүешендә барҙы. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Түбәнге Хәжәт ауылынан Иҙрисовтар, икенсе урынды ошо уҡ ауыл вәкилдәре Даяновтар ғаиләһе алды. Өсөнсө урында – Дурас ауылынан Сәфәрғәлиндәр. Сараның төп маҡсаты – быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу, һәләтле һәм уңған яҡташтарыбыҙҙы танытыу ине. Улар тулыһынса тормошҡа ашты.
Бүләкләү һәм ҡотлауҙарҙан һуң ҡунаҡтарҙы тәмлекәстәр менән сәй табынына саҡырҙылар. Сараны ойоштороусы "Фатима" фольклор төркөмө ағинәйҙәренә бөтәһе лә рәхмәтле булды”, – тип яҙа Шишмә районынан Л. Сәлихова.