Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 15:29

Бәләкәйҙән дуҫ улар

Ҡул эштәренә һөйөү берләштерә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ғәжәп матур күңелле кешеләр йәшәй. Сираттағы командировкаға барған саҡта мәктәп йылдарынан әхирәттәр булған, әле лә шул дуҫлыҡтарына хыянат итмәгән инәйҙәрҙе осратырға насип итте. Улар – аҡ күңелле, изге йөрәкле, ҡул эштәренә маһир ағинәйҙәр Рәйсә Янбаева менән Хәфизә Амантаева.

Әхирәттәр 1956 йылда Юлдыбай урта мәктәбенә уҡырға барған. Ул ваҡытта белем усағының гөрләп торған мәле була, кластар һаны бик күп, хатта рус һәм башҡорт кластары айырым уҡытыла. Күрше район уҡыусылары ла йөрөп белем ала. Һигеҙенсе класҡа тиклем бергә уҡый улар, һәр ваҡыт айырылғыһыҙ дуҫ булалар.

Артабан әхирәт ҡыҙҙарҙың юлы айырыла, һәр береһе үҙе һайлаған һөнәргә эйә булып, тормош ҡора, балалар үҫтерә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар тағы ла йән дуҫтарға әүерелә. Был юлы уларҙы ҡул эштәренә һөйөү хисе берләштерә. Хәфизә Амантаеваны Йылайыр районында оҫта ҡуллы ағинәй булараҡ яҡшы беләләр. Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы ла селтәр, ҡашмау, хәситә эшләй. Уның башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” әҫәренә таянып эшләгән ҡашмауы күптәрҙә һоҡланыу уята.

– “Урал батыр” эпосын уҡып сыҡҡас, ошо ҡашмауҙы шуға арнап эшләнем. Бына быныһы – күк мәрйендәр Урал батыр ҡылысы менән сапҡандан һуң шишмәнең урғылып сығыуын күрһәтә, уның янында барлыҡҡа килгән йәшеллек – урман, туғайҙар, сәскәләр йәшел һәм ҡыҙыл төҫлө мәрйендәр менән эшләнгән, быныһы – халҡыбыҙҙың ҡурайы, алтын төҫөндә, ырыу-ырыу теҙелеп ултырған аҡ тирмәләрҙә башҡорт халҡының ете ырыуы һүрәтлән­гән, – ти эштәре менән яҡындан таныштырып Рәйсә ханым.

Бына шулай, сәстәренә сал төшһә лә, күңелдәре йәш, йөрәктәре дәртле класташ әхирәттәр әле лә бер-береһе менән серҙәш, дуҫ һәм татыу. Был дуҫлыҡ йылдар дауамында һыналған, нисәмә йыл үтһә лә, дуҫтар араһына ел-дауыл кермәгән, кеше һүҙҙәре айырмаған ысын, ышаныслы һәм һоҡланғыс ике класташ-әхирәттең ысын дуҫлығы ул.


К. ИШБУЛДИНА

Читайте нас: