Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 13:30

Байғаҙы ир-егеттәре мәсетте утынлы иткән

“Егеттәр, әйҙәгеҙ, өмә үткәреп, мәсеттең утынын ярып, ташып, сауап алайыҡ!”

Байғаҙы ир-егеттәре мәсетте утынлы иткән
Байғаҙы ир-егеттәре мәсетте утынлы иткән

Бөрйән районының Байғаҙы ауылы ир-егеттәре дәррәү сығып, мәсеттең утынын ярып, ташып ҡуйғандар.  

Был хаҡта райондың “Таң” гәзите хәбәр итә.

Байғаҙы ауылы егете Айсар Айса улы Ишҡолов ватсаптағы ауыл төркөмөндә “Егеттәр, әйҙәгеҙ, өмә үткәреп, мәсеттең утынын ярып, ташып, сауап алайыҡ”, - тип яҙған.

Саҡырыуҙы ауыл ир-егеттәре берҙәм рәүештә күтәреп алған һәм тиҙ арала мәсеткә тигән утынды ярып, ташып ҡуйған. Афарин, байғаҙылар!  

Сығанаҡ һәм фото: “Таң” гәзите төркөмө.

Байғаҙы ир-егеттәре мәсетте утынлы иткән
Байғаҙы ир-егеттәре мәсетте утынлы иткән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: