Резеда Рифғәт ҡыҙы Сәйҙәрова – Белорет районында билдәле шәхес, урындағы башҡорт ҡоролтайы ағзаһы, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңышлы эшҡыуар. Уның менән яҡындан аралашҡан кешеләр билдәләүенсә, уңған ханым йәмғиәттәге киҫкен социаль проблемаларға, ярҙамға мохтаждарға битараф ҡала белмәй оло йөрәкле. Ошо һүҙҙәрҙе эш менән иҫбатлай Резеда ханым: махсус хәрби операция башланғас, ул урындағы йүнселдәрҙе туплап, аҡса һәм кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ойошторған, унан мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам кәрәк тигәс, тағы ла яҡташтарына, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп, шәфҡәтлелек акцияһы башлап ебәргән. Бынан тыш, Резеда Рифғәт ҡыҙы, иҫ киткес рухлы шәхес булараҡ, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни асылын яҡтыртҡан сараларҙа ҡатнаша, милли кейем һәм данлыҡлы француз яулығын етештереүҙе яйға һалған. Форсат сыҡҡанда уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Тамырҙарығыҙ ҡайҙан, Резеда ханым?
– Мин – Учалы ҡыҙы, Ҡобағош ауылында тыуып үҫтем. Сания һәм Рифғәт Ҡауыевтарҙың баш балаһымын, ике ҡустым бар. Әсәйем ғүмер буйы мәктәптә эшләне, уҡытыусы, етәксе булды. Атайым ауыл советы рәйесе ине. Мәктәп төҙөү, клубты күтәреү – улар иңенә ниндәй генә эш-ғәмәлдәр һалынманы! Әйткәндәй, әсәйем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ҡатнашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ойоштороп, ҡаҙандар аҫып, аш-һыу ҙа хәстәрләгән – бына шундай әүҙем кеше ине. Заманы ла рухлы, милли үҙаң күтәренкелеге тантана иткән осорға тура килгән.
Мәктәптән һуң Өфө педагогия училищеһының һынлы сәнғәт-графика бүлеген тамамланым, һөнәрем буйынса мин – рәссам. Бәлки, шуғалыр ҙа күңелем һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла: хатта эшҡыуарлыҡта ла кешеләргә эстетик ҡәнәғәтләнеү тойғоһо биргән йүнәлеште һайланым.
Уҡып бөткәндән һуң юллама менән Белоретҡа эшкә килдем. Һәүетемсә тормош башланды. Хеҙмәт юлымды һыҙма һәм рәсем фәндәренән уҡытыусы булып башланым, кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙым тыуҙы. Декрет ялынан һуң һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләнем. Илдә ҙур үҙгәрештәр, һынылыш осоро ине.
Хеҙмәт стажым тиҫтә йылдан ашҡанда ғүмер юлын тулыһынса үҙгәртергә, аҡ биттән башларға ҡарар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, тормош үҙе минең алдыма оло һынау ҡуйҙы – 29 йәшемдә генә тол ҡалдым. Унан тотош ил боролош алдында торған заман ине. Эш хаҡы түләмәйҙәр, йәшәгән фатирҙың рәте юҡ, ҡыҙымды үҫтерергә, артабан нисектер йәшәргә кәрәк...
Ҡыҫҡаһы, иремдең ҡырҡын уҡытҡанда Өфөнән курсташ әхирәтем килде. Хәл-әхүәлде төшөнгәс, көтөлмәгән тәҡдим яһаны: Төркиәгә барабыҙ, тауар алып ҡайтабыҙ! Албырғап ҡалдым, сөнки ике ятып бер төшөмә лә инмәгән хәл ине был. Атайым-әсәйем менән кәңәшләштем. “Әйҙә йөрьәт итеп ҡара”, тип фатиха биреп, бер аҙ аҡсалата ярҙам да күрһәткәстәр, юлға йыйына башланым.
– Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бындай осраҡта...
– Эйе, ҡыҙыҡтары ла, ҡыҙғаныстары ла алда булған икән. Шулай итеп, “челноктар” төркөмөнә эйәреп, беренсе тапҡыр сит илгә киттем. Тәжрибәлерәк юлдаштар үҙебеҙ менән беҙҙең илдә етештерелгән электр тауарҙарын алырға кәңәш итте. Аптырарға түгел: ул заманда эш хаҡы урынына диван да, электр дреле лә, үтек тә бирәләр ине. Әшә термостары ла популяр булып сыҡты, сөнки төрөктәрҙә йылы тота торған һауыттар юҡ икән. Уны Төркиәлә ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып, аҡса эшләп булғанын төшөндөрҙөләр. Әмәлгә ҡалғандай, өйҙә карауат аҫтында егермеләгән дрель ята ине – мәрхүм иремә ҡасандыр эш хаҡы итеп бирелгән тауар. Әлбиттә, бөтәһен дә алырға ҡыйманым – тәүге тапҡыр берҙе генә алдым.
Шулай, Төркиәгә килеп төштөк. Грузия аша йөк самолеты менән остоҡ: салонға арҡыры ҡуйылған таҡта ултырғыстар иҫтә ҡалған. Заман үҙенсәлектәре ине был. Төркиәлә беҙҙең автобусты шунда уҡ кешеләр уратып алды. Мин алған үтектәрҙе, термостарҙы тәжрибәле әхирәтем шунда уҡ “осорҙо”. Әхирәтем иҫкәртеп ҡуйҙы: бына ошо урам – тулыһынса баҙар. “Шуның буйлап арҡырыға-буйға үтеп сыға алһаң, еткән. Алыҫ китмә, аҙашырһың”, – тине, 50 доллар аҡса бирҙе. Ҡалған сумманы бизнесҡа һалырға килештек. Шулай тәүге тапҡыр төрөк баҙары менән танышырға булдым.
Ҡыҫҡаһы, бер магазинда ниндәйҙер тауар һатып алдым да, аҡсамды ваҡлап, артабан киттем. Икенсе кибеттә иһә 20 долларлыҡ аҡсаны алыуҙан баш тарттылар, был хәл киләһе кибеттә лә ҡабатланды. Шулай аптырап китеп барһам, рус телендә һөйләшкәндәрен ишеттем. Ирекһеҙҙән шунда йүнәлдем. Һатыусы азербайжан кешеһе булып сыҡты, русса яҡшы белә икән. Һатыусы хужаһын саҡырҙы. Долларҙың йыртығы барлығы, бында ундайҙы алмауҙары асыҡланды. Банкта алмаштырырға кәрәк, имеш.
Һөҙөмтәлә магазин хужаһы миңә ярҙам итергә, банкта эшләгән дуҫы аша аҡсаны алмаштырып бирергә тәҡдим итте. “Банкта купюраны алмаштырған өсөн бер доллар комиссия алырҙар, 19 долларҙы кире бирерҙәр. Иртәгә кибеттән килеп ал”, – тине кибет хужаһы булған төрөк уҙаманы, миңә һынамсыл ҡараш ташлап.
Иртәгәһенә был кибетте тапмай бер булдым. Бөтәһе лә оҡшаш кеүек: магазиндары ла, кешеләре лә... Ҡыҫҡаһы, был 20 доллар миңә яҙмаған тип, төшөнкөлөккә бирелеп китеп барһам, теге азербайжан һатыусыһы, күреп ҡалып, әйҙәп торасы! Шатлығымдың сиге булманы. Кибеттә иһә хужаның сәләмен еткерҙеләр: баҡһаң, ул мине бик оҡшатҡан, имеш, бөгөн тыуған көнө икән, ресторанға саҡыра... Аҡсаны биреү менән мин, рәхмәт әйтеп, тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараным – сит-ят ерҙә, белмәгән ир-ат менән ниндәй ресторан булһын, ти, имен-һау ҡайтып етергә кәрәк...
Әммә яҙмыштың үҙ ҡанундары икән: киләһе барғанда эш буйынса был кибеткә тағы индек, яҡынданыраҡ таныштыҡ. Киләһе сәйәхәттә лә аралашыуҙар ҡабатланды. Һөҙөмтәлә тәүге килгәндә осраған кибет хужаһы, миңә аҡса алмаштырып биргән Энгин, бөгөн – минең яратҡан ирем, ышаныслы тормош юлдашым. Ул Төркиәлә яйға һалынған тормошон, бизнесын ҡалдырып, Рәсәйгә, беҙҙең Белорет ҡалаһына, күсеп килде – өйләнешкәнебеҙгә 30 йылдан ашыу. Ошо йылдарҙа Энгин беҙҙең мөхиткә, кешеләргә өйрәнде, үҙ эшен асты, ярайһы уңыштарға өлгәште.
– Үткән быуаттың 90-сы йылдарында аяҡҡа баҫыу, үҙ эшеңде асыу, ай-һай, анһат булмағандыр...
– Әлбиттә, еңел булманы: йәйен-ҡышын баҙарҙа торорға, үҙ-үҙеңде йәлләмәйенсә эшләргә, бизнесты артабан үҫтереү өсөн байтаҡ һынауҙар үтергә тура килде. Хыялым – ҡасан да булһа үҙ йүнәлешемде табып, етештереү бизнесы асыу, сөнки сауҙа ғына миңә ҡәнәғәтлек килтермәй ине. Тап ошо уй бер ни тиклем ваҡыттан һуң тегеү ательеһын сафҡа индереүгә килтерҙе, Энгин менән ҡалала тәүгеләрҙән булып автомобилдәргә япмалар тегеүҙе ойошторҙоҡ. Артабан ошонда уҡ махсуслаштырылған магазин асып, унда тәҙрәләргә ҡорған-пәрҙәләр тегеү хеҙмәтен күрһәтә башланыҡ.
Туҡымалар алырға Ғәрәп Әмирлектәренә, Төркиәгә шәхсән үҙем йөрөнөм. Шулай бер тапҡыр Өфө аэропортында рейсымды көтөп ултырам. Ҡаршымда ғына – милли сувенирҙар, кейемдәр һатылған сағыу, матур кибет. Түҙмәнем, хаҡтарын ҡарап сыҡтым... һәм хайран ҡалдым. Кинәт башыма: “Мин бит бындай милли кейемдәрҙе өсләтә-дүртләтә арзаныраҡҡа тегеп һата алам”, – тигән уй килде. Үҙебеҙ теккән милли кейемдәребеҙ сифатлы ла, хаҡы буйынса күтәрмәле лә булғас, тиҙ арала бихисап клиенттар барлыҡҡа килде. Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, төрлө ижади коллективтарға һәм теләгән һәр кешегә күлдәктәр, камзулдар һәм башҡа кейем тектек. Бынан бер нисә йыл элек Белоретта Республика көнөнә арнап ҡыҙыҡлы сара үткәрҙек: беҙҙең ателье теккән әйберҙәрҙән күргәҙмә-дефиле ойошторҙоҡ. Быларҙың барыһы ла юҡҡа түгел, тип уйлайым, сөнки милли асыл, рухи тамырҙар барыбер үҙенекен итә һәм этәргес була икән, осҡондан усаҡ ҡабыҙырға мөмкин.
Сараға ингән урында һәр килгән кешегә бәләкәй генә Башҡортостан флагын да бүләк иттек.
– Башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫында айырым урын алып торған француз яулығын популярлаштырыу хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Нисек кенә юғары яңғырамаһын, Башҡортостанымды, халҡымды иҫ киткес ныҡ яратам, тыуған ерем, туған телем өсөн хәлдән килгәнде эшләргә һәр саҡ әҙермен. Ошо яулыҡ етештереүҙе яйға һалыу өсөн бихисап көс түгергә тура килде. Ә ул идея көтмәгәндә тыуҙы. Беҙҙә, ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ, әсәйемдең әсәһе – Ғәйниямал Усманова өләсәйемдән ҡалған француз яулығы һаҡлана. Ул бик рухлы, көслө ҡатын булған. Уның хаҡында гәзиткә лә яҙғандар, сөнки заманында бик ҡәҙерле теген машинаһын һатып, колхозға трактор алырға ярҙам иткән. Был ваҡиға менән әле лә ғорурланам.
Өлгө булараҡ, тап шул яулыҡтағы һүрәттең күсермәһен эшләттем. Етештереүҙе яйға һалғансы Төркиәләге, Үзбәкстандағы, Сәғүд Ғәрәбстанындағы фабрикаларҙы йөрөп сыҡтым, алданған осраҡтар ҙа булды. Туҡыманың да сифатлы булыуы фарыз – был йәһәттән тәнгә уңайлы булған, ныҡлы һәм сағыу вискозанан да яҡшырағы юҡ. Ниһайәт, сит илдәге бер фабрика менән килешеп, яулыҡтарҙы етештерә башланыҡ.
– Ателье хаҡында ентекләберәк әйтегеҙ әле?
– Ике тиҫтә йыл самаһы эшләйбеҙ, заказдар бик күп булған, кәмеп киткән осорҙар ҙа булды – шәхси эш өсөн был ҡәҙимге күренеш. Ҡала халҡын матур ҡорған-пәрҙәләр менән тәьмин итеү, заказ буйынса төрлө әйберҙәр тегеү өсөн тиҫтәнән ашыу тегенсе эшләй ине. Сәхнә кейемдәре тегеү йәһәтенән Сибай башҡорт драма театры менән хеҙмәттәшлек иттек, Бөрйән районының мәҙәниәт учреждениелары ла мөрәжәғәт итә, балалар баҡсалары, мәктәптәр ҙә заказдар бирә. “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашыусылар ҙа килә – йәндәренә оҡшаған күркәм костюмдар әҙерләйбеҙ. Магнитогорск ҡалаһындағы мәҙәни коллективтар ҙа йыш мөрәжәғәт итә.
– Һеҙҙе районда хәйриәлек менән әүҙем шөғөлләнгән шәхес тип тә беләләр...
– Районда тәүге тапҡыр Доставалов һәм Шайморатов исемендәге батальондарға гуманитар ярҙам йыя башлағас, социаль селтәрҙәге сәхифәмдә һәм эшҡыуарҙар чатында саҡырыу урынлаштырҙым, аҡса йыйырға һәм кәрәк-яраҡ һатып алырға тәҡдим иттем. Бер аҙна эсендә 300 мең һумдан ашыу аҡса күсерелде. Эшҡыуарҙарға ла ҙур рәхмәт: ярҙам акцияһына һис һүҙһеҙ ҡушылдылар һәм аҡса, әйберҙәр йыя башланылар. Йылы өҫ һәм аяҡ кейеме, турист ултырғыстары, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр һатып алдыҡ. Хатта Белоретта эшләгән Тажикстан, Вьетнам кешеләре, шәхси магазин хужалары һалдаттар өсөн йылы кейем – камуфляж комбинезондары, шнурлы әрме итеге, кәпәс, ойоҡбаштар килтерҙе. Бәғзе кешеләр кәрәк-яраҡты, йылы әйберҙәрҙе Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташтары өсөн йыйҙы, ә башҡа әйберҙәр һәм аҡсалар мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн тотонолдо. Унан тыш, ательемда һалдаттар өсөн, “Z” билдәһе ҡуйып, махсус таҫмалар тегеүҙе лә ойошторҙом.
– Күңелегеҙгә йылылыҡ өҫтәгән, кәйефегеҙҙе күтәргән ғәмәлдәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Мин бик бәхетле кеше, Аллаға шөкөр. Эргәмдә аңлаған, яратҡан кешем бар. Эшемде дауам итерҙәй рухташ, фекерҙәш, серҙәш ҡыҙыма ҡыуанам. Ул миңә ике ейән дә бүләк итте – ошо сабыйҙар донъялағы барлыҡ проблемаларҙы оноторға, йәшәйештең йәмен тойорға ярҙам итә. Халҡым, Башҡортостаным өсөн файҙа килтергән эшмәкәрлегем һөҙөмтәһендә үҙемде ышаныслы, бәхетле тоям. Ә пландар бихисап. Һаулыҡ һәм именлек булһын – тормошҡа ашмаҫтай хыялдар юҡ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Белорет ҡалаһы.