Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 15:12

Эштәре лә, шөғөлдәре лә уртаҡ

Ауылдаштары ихтирам итә.

Ашнаҡсы һөнәренең бик мөһим һәм үтә яуап­лы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Мәктәп ашнаҡсыларына икеләтә ауырға тура килә. Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа балалар туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырыуса иғтибар бүленә, сөнки дөрөҫ әҙерләнгән аш-һыу татлы ла, шифалы ла була. Түбән сифатлы йәки иҫкергән аҙыҡ-түлек кеше организмына кире йоғонто яһай.

Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары был йәһәттән үҙҙәренең ашнаҡсыларынан бик тә ҡәнәғәт. 30 йылдан ашыу ғүмерҙәрен туҡланыу өлкәһенә арнаған егәрле ханымдар Вәлимә Аҡҡужина менән Зилә Әжибаевалар күптән үҙ эшенең оҫталары булып танылған.

Был мөләйем ҡатындарҙың эше лә уртаҡ, яҙмыштары ла оҡшаш. Икеһе лә бер осорҙа ошо ауылға килен булып төшкән, икеһенең дә ғаиләләрендә дүртәр малай үҫә. Вәлимә Исмәғил ҡыҙының ире Мөҙәрис Сәйетбаттал улы Исҡужа карьерында хеҙмәт итә, шәхси хужалығындағы бихисап эште алып барырға ла өлгөрә.

Зилә Янсаф ҡыҙының ире Насирйән Фазыл улы — мәктәптә газ ҡаҙанлығы операторы. Ул да ҡатынының эшенә аңлап ҡарай, барлыҡ йорт-ҡура мәшәҡәттәрен үҙе башҡарырға тырыша. Аҡҡужиндар менән Әжибаевтарҙың өлгөлө ғаиләләрен ауылдаштары ихтирам итә.

Оҙаҡ йылдар бергә намыҫлы хеҙмәт иткән Вәлимә менән Зилә буш ваҡыттарында урындағы “Ынйылар” вокаль ансамблендә шөғөлләнә. Улар икеһе лә йырға, бейеүгә маһир. “Яратҡан эшең һәм күңелеңә оҡшаған шөғөлөң булыуы – үҙе ҙур бәхет”, – ти улар.

Алтын ҡуллы ашнаҡсыларҙың уңғанлығы әллә ҡайҙан күренә, эш урындары ла ялтлап тора. Мәктәп баҡсаһында үҫтереп алынған йәшелсә, еләк-емештән ҡышҡылыҡҡа төрлө турама һәм ҡайнатмалар әҙерләйҙәр. Кәбеҫтә, картуф, сөгөлдөр-кишер аш-һыуҙы төрләндереп бешерергә ярҙам итә. Хуш еҫле икмәкте лә ашнаҡсылар үҙҙәре бешерә.

Уҡыусылар мәктәп ашханаһында әҙерләнгән тәмле аш-һыуҙы бик ярата. Үҙ эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған ашнаҡсыларға балалар тарафынан әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре иң ҙур баһа булып тора.  

 
Альбина ҠУДАШЕВА

Йылайыр районы.

Читайте нас: