Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, ауылдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса программаны тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект 2019 йылда төбәк етәксеһе башланғысы буйынса башланды. Бер йыл эсендә бер мең километр ашыу сым һалынған, 5,5 мең терәү ҡуйылған, 40 мең яҡтыртҡыс алмаштырылған.
Әүҙем рәүештә тораҡ пункттар төҙөлөшө алып барылыуы һәм халыҡтың именлеген күтәреү менән бәйле Башҡортостан Башлығы урамдарҙы яҡтыртыу системаларын модернизациялауҙы яңыртырға ҡарар итте.
– Үткәрелгән мониторинг күрһәтеүенсә, республикала йәмғеһе 58 мең яҡтыртҡыс, 25 мең терәү ҡуйыу һәм 14 мең километр үҙизоляция сымын һалыу талап ителә, – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
2023 йылда ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүленә. Был социаль объекттарға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына килеү юлдарын яҡтыртыу торошон яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш. Программала бөтә 63 муниципалитет ҡатнаша. Планда – йыл аҙағына тиклем 2 720-нән ашыу таяу һәм яҡтыртҡыс ҡуйыу.
– Ғинуарҙа муниципалитеттар яңы яҡтыртҡыстар талап ителгән урам участкаларын билдәләне. Был заявкаларҙы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарай ҙа инде, – тине Ирина Голованова. – Монтаж эштәрен 2023 йылдың 30 майынан башлайҙар.
Ведомство етәксеһе муниципалитеттарҙың энергия сервисы килешеүҙәре сиктәрендә яҡтыртыу системаларын яңырта йәки ошо маҡсатҡа урындағы бюджет аҡсаһын йәлеп итә алыуын өҫтәне. Башҡортостан Башлығы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Өфөлә һәм Нефтекамала энергия сервисы контракттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.
– Ай дауамында был тәжрибәне ниндәй ҡала һәм райондарҙың үҙ биләмәләрендә ҡулланырға әҙер булыуын билдәләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өс-дүрт айҙан беҙ бындай алымды тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен баһалаясаҡбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.