Йәмғиәт
7 Март 2023, 09:42

Иңендә – дүрт ауыл хәстәре

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Михайловка ауыл биләмәһе баш ҡаланың эргәһендә генә урынлашҡан. Өфөнөң яҡынлығы халыҡтың йәшәү рәүешендә лә сағылыш таба. Бындай шарттарҙа ауыл хакимиәте алдындағы бурыстар ҙа ҡатмарлана, сөнки ауылға ғына хас күркәм үҙенсәлектәрҙе һаҡлап, йәшәйеште ҡала цивилизацияһына яҡынлаштырыу ихтыяжы тыуа. Шуға ул үҙ эшмәкәрлеген халыҡтың дөйөм мәнфәғәтенә тура килтереп ойоштора һәм матур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Михайловка ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Исламова менән шул хаҡта фекер алыштыҡ.

– Беҙ ауылдарҙың социаль-мәҙәни тормошона ҡағылышлы бурыстарҙы билдәләгәндә, эште кешеләр менән кәңәшләшеүҙән башлайбыҙ, сөнки теге йәки был сараның бөгөнгө йәшәйешебеҙ һәм киләсәк өсөн ни дәрәжәлә әһәмиәтле булыуы хаҡында ауыл халҡы бөтә­һенән дә яҡшыраҡ белә. Был эшкә депутаттарҙы, ауыл әүҙемселәрен дә йәлеп итәбеҙ, – тип башланы һүҙен Гөлнара Нил ҡыҙы. – Халыҡтың берҙәмлеге матур башланғыстарға һәм әһәмиәтле проекттарға әүҙем ҡушылыуға булышлыҡ итә, яңы мөмкинлектәргә юл аса. Ауылдаштарым “был миңә ҡағылмай” тип түгел, ә ысын күңелдән тыуған ерҙә тормошто матурайтырға, йәшәйеште эстәлекле итергә ынтыла. Берҙәмлек иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Эйе, хәҙер ауыл хакимиәттәренә айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Кеше донъяға килгәндән башлап һуңғы юлға оҙатҡанға ҡәҙәр уның хәстәрлегенә таяна. Михайловка биләмәһендә дүрт ауыл урынлашҡан. Уларҙа бөтәһе 13600 кеше йәшәй. Ә йәйге осорҙа баҡсасылар һәм миҙгелле йәшәүселәр иҫәбенә халыҡ икеләтә ишәйә. Тимәк, эш күләме лә бермә-бер арта.

Халыҡ йәшәйештән ҡәнәғәтме, уны нимәләр борсой, ниндәй теләктәре бар – быны асыҡлау өсөн хакимиәттә мөрәжәғәттәр менән эшләү юғары кимәлгә ҡуйылған. Әйтәйек, былтыр 968 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар буйынса эшлекле саралар күрелгән. Һәр аҙнаның ике көнөндә халыҡты ҡабул итеү сәғәттәре билдәләнгән. Унда бер көндә генә 50-ләп кеше мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, ауыл биләмәһе хакимиәтенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә һәм рәсми сайтында урын алған яҙмалар ҙа ҡәтғи иҫәптә. Һәр мөрәжәғәткә ваҡытында яуап юллана һәм эшлекле саралар күрелә. Йәнә хакимиәт бинаһында аноним мөрәжәғәттәр өсөн тартма ла ҡуйылған.

Уҙған йылда ауыл хакимиәтенең төп эшмәкәрлеге буйынса 89 ҡарар ҡабул ителгән, 123 күрһәтмә сығарылған һәм ғәмәлгә ашырылған. Халыҡ менән эшләүҙә 10 округтан һайланған депутаттар әүҙем ҡатнаша. Улар һайлаусы­ларҙың наказдарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Даими комиссияларҙың ултырышында көнүҙәк проблемалар буйынса асыҡ тыңлауҙар йәмәғәтселек алдында яуаплылыҡты тағы ла көсәйтә. Ветерандар советы ла файҙалы тәҡдим­дәр, аҡыллы кәңәштәр менән эште йән­ләндерә. Социаль-профилактика үҙәге иһә тәрбиәүи йоғонтоһо менән көслө.

Бында социаль-мәҙәни объекттар үҙенең төҙөклөгө менән айырылып тора. Ике йыл элек “Михайловка Грин” биҫтәһендә балалар баҡсаһы менән бергә яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Ауыл биләмәһендә халыҡ һаны йылдан-йыл арта, йәш ғаиләләр ишәйә. Шуға ла торлаҡҡа сират бар, балалар баҡсаларында урындар етешмәй. Был бурыстар көн үҙәгендә тора. Михайловка ауылында, шәхси йорттарҙан тыш, күп фатирлы 85 йорт иҫәпләнә. Уларҙы алты идарасы компания хеҙмәтләндерә.

Гөлнара Нил ҡыҙы билдәләүенсә, ауыл хакимиәте етәкселеге теге йәки был эште халыҡты борсорлоҡ проблема­ға әүерелгәнгә ҡәҙәр үк тормошҡа ашырыу хәстәрлеген күрә. Миҫалға, уҙған йылда урындағы юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Урам яҡтыртҡыс­тарына ағымдағы ремонт үткәрелгән, өҫтәмә электр яктыртыу нөктәләре урынлаштырылған, әлегәсә файҙала­ныуҙағы йөҙҙәрсә яҡтыртҡыс светодиод төрҙәренә алмаштырылған. Суровка, Михайловка, Мөҙәрис ауылдарында сүп контейнерҙары өсөн майҙансыҡтар төҙөкләндерелгән. Михайловка ауылының бер нисә урамында юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында республика бюджеты иҫәбенә автомобиль юлдары менән тротуарҙар араһы ҡойма­ланған. Үткән йыл шулай уҡ “Михайловка ауылындағы төньяҡ зона һыу селтәрҙәре” объектына ике резервуар менән 15,3 километр оҙон­лоғондағы һыу селтәрен тоташты­рыуҙы теүәлләгәндәр. Һөҙөмтәлә 450 йорт хужалығы үҙәкләштерелгән һыу селтәренән файҙаланасаҡ.

Һәүәҫкәр хоккейсылар ҙа быйылғы уйын миҙгелен яңыртылған майҙан­сыҡта башлаған. Уны “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы яңыртҡан­дар. Был программа буйынса быйыл Мөҙәрис ауылында спорт майҙан­сығы төҙөләсәк. Ауыл хакимиәте халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеүгә ҙур тырышлыҡ һала һәм финанс сығымдары йүнәлтә. Михайловкала дүрт хоккей майҙансығы эшләй. Ә йәйге осорҙа улар баскетбол уйыны һәм роликлы конькиҙа шыуыу өсөн уңайлаш­тырыла. “Легион” балалар һәм үҫмерҙәр командаһы район һәм республика бәйгеләрендә Өфө райо­нының данын яҡлай. “Атайсал” программаһы буйынса иһә Суровка ауылында яңы хоккей майҙансығы төҙөлгән, ике саңғы юлы ла гөрләп тора.

Ауыл спортын үҫтереүгә, район етәкселеге менән бер рәттән, урындағы эшҡыуарҙар Әсхәт Мөхтәруллин, Эльмира Йосопова, Марат Усманов, Кирилл Оганисян даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ғөмүмән, ауыл биләмәһендәге мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, мәҙәниәт йорттары төҙөклөгө менән иғтибарҙы йәлеп итә. Иң мөһиме: уларҙа тормош гөрләп тора. Мәҙәниәт йорттарында халыҡты йәлеп итерлек саралар үтә, йәштәргә лә, өлкән йәштәгеләр өсөн дә төрлө түңәрәктәр эшләй. Үҙҙәренең халыҡ театры, халыҡ вокаль ансамбле бар.

Ауыл хакимиәте халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙән файҙалана. Уның биләмәһендә 200-ҙән күберәк ойошма эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Урындағы бюджетты тулыландырыуға улар тос өлөш индерә. Бюджет тигәндән, ауыл хакимиәте бюджетының килем өлөшө йыл һайын пландағынан күберәк туплана һәм һөҙөмтәле файҙаланыла.

Ҡыҫҡаһы, урындағы үҙидара биләмәне көнкүреш һәм шәхестең үҫеше өсөн уңайлы мөхит итеү маҡсатында эшләй. Был – күмәк хеҙмәт, әммә уның һөҙөмтәлелеге етәксенең – ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Исламова­ның һөнәри әҙерлеге, идара итеү оҫталығы, тормош тәжрибәһе менән аңлатыла. Ул тәүҙә Өфө нефть техникумында белем ала һәм нефтселәр сафында производство сынығыуы үтә. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетын тәмамлап, байтаҡ йылдар педагогика өлкәһендә эшләй. Инде 15 йыл хеҙмәт эшмәкәрлеге Михайловка ауыл билә­мәһе менән бәйле. Тәүҙә эштәр идара­сыһы, унан һуң ауыл хакимиәте баш­лығы урынбаҫары вазифаһын баш­ҡарған. Ә инде ике йыл элек уны хакимиәт башлығы итеп һай­лағандар, сөнки ул ауыл хаки­миәтендә эшләү осоронда үҙенең тырышлығы, яуаплылығы, кешеләргә ихтирамлы һәм хәстәрлекле булыуы менән халыҡтың абруйын яула­ған. Уның тынғыһыҙлығына, өлгөрлөгөнә ауылдаштары ла таң ҡала. Социаль объекттарҙа эш барышын күреп белергә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләрендә булырға, ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән йәштәгеләрҙең хәлен белергә лә өлгөрә. Үҙенең шәхси тормошо менән дә күркәм өлгө ул. Ғаиләһендә – яратҡан ҡатын, инде үҙҙәре ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан улына һәм ҡыҙына – ҡәҙерле әсәй.

Нәзәкәтле, сибәр Гөлнара Нил ҡыҙының иңдәрендә – дүрт ауыл хәстәре. Был йөктө ул ышаныслы тарта. Гөлнара Исламова фиҙакәр хеҙмәте өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты, “БР Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Маҡтау грамо­таһы, Өфө районы хакимиәтенең күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

– Хеҙмәтебеҙ шундай: һәр яңы көн яңы хәстәрлектәр менән тыуа, яңы бурыстар ҡуя. Ауылдаш­тарымдың ышанысы уларҙы уңышлы башҡарырға көс-ҡеүәт бирә, – ти Гөлнара Нил ҡыҙы.

 
Лира ҒӘЛИМОВА

Өфө районы.

Читайте нас