Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәгән Хәтирә Ирғәлинаға әле булһа күптәр күңел түрендә оло рәхмәт хисе һаҡлай. Ғүмеренең 95 йәшлек күркәм үренә еткән хөрмәтле ағинәй, әлбиттә, ҡасандыр үҙе ярҙам иткән кешеләрҙең барыһын иҫләп тә бөтмәйҙер, сөнки тормош юлдашы Шакирйән Ирғәлин менән ошо төбәк халҡына ғүмер буйы изгелек ҡылып, уларҙың һаулығы һағында торалар.
Хәтирә Вәлиәхмәт ҡыҙы сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан. Бала сағы, үҫмерлек осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы фронтҡа киткәндә 13 йәше тулған ҡыҙ, баш бала булараҡ, әсәһенең терәк-таянысына әйләнә, бәләкәй туғандарын ҡарап, үҙе кеүек үҫмерҙәр менән барлыҡ эштә ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, атайҙары һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай.
Хәтирәгә уҡыу бик еңел бирелә, зирәк бала була ул. Башта Рысҡужа башланғыс мәктәбен, артабан Ҡаҙмашҡа йөрөп етенсе класты тамамлай. Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә тормош ауырлыҡтары, етешмәгән көнкүреш арҡаһында уҡыуын тамамларға насип булмай.
Бөйөк Еңеү көнөн – оҙаҡ көткән оло байрамды ҡыуанып ҡаршы алалар. “Хәҙер инде тормош яҡшырыр, туйғансы икмәк ашарбыҙ, тип уйланыҡ. Тик һуғыш тамамланһа ла, йәшәйешебеҙ тиҙ генә яҡшырманы әле. Артабан да аслыҡты, яланғаслыҡты күп татырға тура килде”, – тип хәтерләй ул ауыр йылдарҙы Хәтирә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Һуғыштан һуң Ҡаҙмаш ауылына фельдшер булып эшкә килгән яугир егетте – Шакирйән Шәйхаттар улы Ирғәлинде осратып, кейәүгә сыға. Йәш ғаилә 1946 йылда Ишҡол ауылына күсеп ҡайта. Бында улар, иҫке генә өйҙө йүнәтеп, икегә бүлеп, бер бүлмәһендә үҙҙәре йәшәй башлай, икенсеһен медицина пункты итәләр. Шулай итеп, фельдшерҙар курсын тамамлап, яу яландарын үтеп, ҙур тәжрибәгә эйә булып ҡайтҡан Шакирйән Шәйхаттар улы менән санитарка булып эш башлаған ҡатыны оҙаҡ йылдар дауамында яҡташтарының һаулығы һағында уяу тора.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа кешеләрҙә тиф, төрлө инфекциялар таралып китә. Хәтирә инәй санитарка булып эшкә төшһә лә, иҙән йыуыу, шприц ҡайнатыу, утын яғыу менән генә сикләнмәй, ”рәсми булмаған” шәфҡәт туташы ролен дә үтәй. Әллә күпме балаға кендек инәһе була, ире өлгөһөндә яра бәйләргә, укол ҡаҙарға өйрәнә, тәүге ярҙам да күрһәтергә тура килә уға. Ә инде тормош иптәшен был төбәктә хөрмәтләп “врач Ирғәлин” тип кенә йөрөтәләр. “Заманы тура килеп, тейешле белемгә эйә булһа, атайыбыҙ, һис шикһеҙ, күренекле табип булыр ине”, – ти бөгөн уның балалары.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәгән Ирғәлиндәр һигеҙ балаға – бер улға, ете ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Үҙҙәренә артыҡ уҡыу эләкмәгәнгә күрә, балаларына яҡшы, төплө белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя улар. Күмәк балалы ғаиләне етеш йәшәтеү өсөн күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Шөкөр, бөгөн балаларының һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, һөнәрле, ғаиләле булып, матур донъя көтә. Фронтовик Шакирйән Ирғәлиндең генә ғүмере иртәрәк өҙөлә. Ә Хәтирә Вәлиәхмәт ҡыҙы балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, донъя хәлдәре менән танышып бара, ил-йортҡа тыныслыҡ теләп, намаҙ уҡый. Бөгөн ул – 15 ейән-ейәнсәргә, 20 бүлә-бүләсәргә, ике тыуасарға бәхетле өләсәй. Әле лә ире менән бергә төҙөгән йорт нигеҙен һыуытмай, кинйә ҡыҙы Руфина менән ауылда йәшәй.
– Ҡунаҡсыл, ихлас күңелле, йомарт, кешелекле, йор һүҙле әсәйемде бөтә туғандар, күршеләр, ауылдаштар хөрмәт итә, һәр саҡ хәлен белешеп тора. Беҙгә терәк-таяныс булып йәшәгән ҡәҙерлебеҙҙең йәштәрсә дәртенә, тапҡыр аҡылына һоҡланабыҙ, – ти ҡыҙы Руфина.
Ишҡол ауылының ихтирамлы ағинәйенә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Хәтирә Вәлиәхмәт ҡыҙы ише йор һүҙле, матур холоҡло ағинәйҙәр ауылдарыбыҙҙың йәме лә, ҡото ла бит.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Әбйәлил районы.