Ейәнсура районының Таҙлар ауылында йәшәгән Гөлназ Абзанованы был төбәк халҡы тәмле бәлештәр, сәксәк һәм бауырһаҡтар бешереү оҫтаһы булараҡ белә. Ҡасандыр уҡытыусы һөнәрен һайлап, хеҙмәт юлын ошо өлкәлә башлаған, әммә, бер көн килеп, бөтөнләй икенсе тармаҡта үҙен тапҡан егәрле, тырыш, маҡсатлы ханымдарҙың береһе ул.
Гөлназ Таҙларҙа тыуып үҫкән һәм бәхетен дә ошонда тапҡан. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө педагогия колледжына уҡырға инеп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Алты йыл дауамында ошо йүнәлештә хеҙмәт итеп, аҙмы-күпме тәжрибә лә туплай. Әммә сираттағы отпускыһы мәлендә икмәкханала эшләп ҡарай һәм кулинарияның тап уның эше булыуын аңлай. Тәүҙә төрлө байрамдарға табын әҙерләү, ризыҡтарҙы үҙенсәлекле итеп биҙәү менән шөғөлләнә. Бынан ике йыл элек ныҡлы рәүештә бәлеш, сәксәк һәм бауырһаҡ бешереүгә тотона. Әҙерләгән тәмлекәстәрен интернет селтәре аша таныта, яйлап клиенттар ҙа күбәйә.
– Минең өсөн һан түгел, сифат мөһим. Тәҡдим иткән продукция бер тапҡыр заказ яһаған клиенттарым мотлаҡ тағы мөрәжәғәт итерлек булырға тейеш, тигән маҡсат менән эшләйем. Шөкөр, заказдар күп, һәр береһенә ихлас күңелдән тотонам, сөнки әҙерләгән ризыҡтың тәме кәйефкә лә ныҡ бәйле. Ә бешеренеүгә килгәндә был һәләтем Надя өләсәйемдән күскәндер, ул ауыл мейесендә тәмле итеп ҡамыр ризыҡтары әҙерләй торғайны. Уның бәлеш һәм ҡоймаҡтарының тәме әле лә тел осонда торғандай, – ти Гөлназ.
Бөгөн ул, үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, яратҡан эше менән шөғөлләнеүҙән йәм таба. Киләсәктә үҙенең цехын асыу тураһында ла уйлай. Шулай уҡ Гөлназдың тағы бер матур хыялы бар: эшен киңәйтеп, ныҡлы аяҡҡа баҫҡас, аҙнаның йәки айҙың бер көнөндә яңғыҙ әбей-бабайҙарҙы, мохтаждарҙы тәмле бәлештәр менән һыйлау. Әйткәндәй, Гөлназ Мөхтәр ҡыҙы әле лә төрлө хәйриә акцияларында теләп ҡатнаша, хәленән килгәнсә изге башланғыстарҙа ярҙам итә.
Гөлназдың таяныстары ла ныҡлы: ире менән улы Руслан һәр йәһәттән терәк булырға тырыша. Һигеҙ йәшлек Әминә лә әсәһенә ярҙамсы булып үҫеп килә. Ул да ҡамыр аштары әҙерләргә ярата, хатта үҙаллы бәлештәр бешерергә лә өйрәнеп алған.
Һәр әҙер ризығын Гөлназ үҙ машинаһында клиенттарына илтеп бирә. “Минең өсөн кешеләрҙең риза булыуы, бәлеш һәм сәксәктәремдең табын йәме булыуы ныҡ мөһим. Һәр әйтелгән ихлас рәхмәттән, матур теләктәрҙән күңел үҫеп киткәндәй тойола”, – ти Ейәнсура оҫтабикәһе. Уның яратып башҡарған эшендә уңыштар һәм барлыҡ матур хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Г. ВАРИСОВА
Ейәнсура районы.