Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә шик юҡ. Әйтерең бармы, ул йорт мәшәҡәттәре, ул ғаиләнең уңайлы көнкүрешен хәстәрләү, ул балаларының мәктәп хәстәрҙәре, ауылда иһә йорт-ҡуралағы эш... Шуның өҫтөнә, эшкә йөрөүҙән, унда вазифаһына ярашлы бурыстарын атҡарыуҙан да берәү ҙә азат итмәгән. Заманаһы ниндәй бит, ваҡыт арбаһы ла шәбәйгәндән-шәбәйә бара кеүек, тәүлектәге 24 сәғәтең дә етмәҫ... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәрен барлауҙан бушамаған ҡатын-ҡыҙ затына ял тигәнең дә татлы төш кеүек кенә булып китә ҡайһы саҡта.
Ә шулай ҙа эс бошороп, зарланып ултырырға яратмай гүзәл зат. “Көсһөҙ” тип атаған булһалар ҙа, нескә заттың рух, күңел көсөнә, ихтыярына бәғзе бер ир аҫылдары ла көнләшерлек!
Героинябыҙ – ауыл ерендәге бихисап эшкә, ҡатмарлы көнкүрешкә зарланмай, донъяға яратып баҡҡан, һайлаған һөнәрен дә шул ҡәҙәре яҡын күреп башҡарған заттарҙан. Уның йорт эсендәге мәшәҡәтен атҡарғанда ла эше тураһында ләззәтләнеп һөйләгәненә һоҡланмай сара юҡ. Нуриман районының Яңы Күл ауылы модель китапханаһының баш китапханасыһы Гөлсирә Бикбаева тураһында һүҙебеҙ. Ул беҙҙең гәзит төркөмөндә үткәрелгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста еңеп тә сыҡҡайны.
Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы тыуған яҡтарына хыянат итмәй, китапханасы һөнәрен үҙләштергәс тә, йәнтөйәгенә ҡайтып, хеҙмәт юлын башлаған һәм әлегәсә дауам итә. Һөнәреңә бирелгәнлектең, атайсалыңа тоғролоҡтоң сағыу бер өлгөһө ул. Күңелен биреп уҡып сыҡҡан һөнәре буйынса урын булмағанлыҡтан Нимесләр ауылына йөрөп эшләргә тура килгәндә лә һыҡранмай, ауылдаштары, яҡташтарының күңел донъяһын байытыуға өлөш индереүен фиҙакәрлек менән дауам итә. Ә тыуған ауылында китапханала хеҙмәт урыны барлыҡҡа килгәс, унан да бәхетлерәк кеше булмағандыр. Бына инде 12 йыллап ул үҙенең Яңы Күлендә ең һыҙғанып береһенән-береһе ҡыйыуыраҡ ниәттәр менән яна, төрлө проекттар өҫтөндә көсөн һынай.
Ауылдаштары белеме, үҙ фекере булған китапханасыны хөрмәт итә, башланғыстарын ҡеүәтләргә әҙер тора. Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы үҙ йәштәштәре йәки өлкәнерәктәр менән генә түгел, һәр төрлө йәштәге уҡыусылары менән уртаҡ тел таба белә, кәңәштәре менән ярҙам итә. Ата-әсәләр һәм уҡыусы балалар ҙа китапхана хужабикәһенән һорауҙарына яуап таба ала.
Китапханаға килеп йөрөрлөк форсаты булмаған өлкән йәштәгеләргә, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән ауылдаштарына ярҙам итеүҙән иһә Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы күңеленә ҙур ҡәнәғәтлек ала. Тырыш китапханасы Яңы Күл, Нимесләр мәктәбе, ауыл биләмәһе хакимиәте, балалар баҡсалары менән дә бәйләнеш тота.
Яратҡан эше – ауылдағы мәҙәни тормоштоң айырылғыһыҙ, мөһим өлөшө. Күңеленә тынғы тапмаҫ белгес “Күҙәй” башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең эшендә лә ихлас ҡатнаша. Быныһы инде уның вазифа бурысы ғына түгел, күңел талабы, хатта яратҡан шөғөлө лә. Үҙәктә Нуриман башҡорттарының йолаларын, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып баралар.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше, үҙ донъяһы хәстәрҙәренән тыш, Гөлсирә апай ирекмәнлек менән дә шөғөлләнә, йәнтөйәген күркәмләндереү, таҙа тотоу буйынса өмәләрҙә ҡатнашмай ҡалмай.
Ижадҡа, сәнғәткә әйҙәп торған күңелен ял иттерер шөғөлө иһә – ул “Күлдәр” фольклор ансамблендә шөғөлләнеү. Ауыл-ара, тотош район буйынса үткән сараларҙан бер ситтә ҡалмай. Уңған мәҙәниәт хеҙмәткәренең тырыш хеҙмәте күп төрлө рәхмәт хаттарына лайыҡ.
Ошо бәйән ителгән күп төрлө эш тәү ҡарамаҡҡа нескә генә күренгән бер ҡатын-ҡыҙ затының иңенә һалынған. Хеҙмәти бурыстарын ғына атҡарған кеше түгел, ҙур ғаилә ҡотон да һаҡлаған ханым ул. Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы ғүмер юлдашы Ғәтиәт Ғәли улы менән өс балаға ғүмер биреп, оло донъяға сығарғандар. Өлкән улдары Илнур – аспирантура тамамлаған ғилми хеҙмәткәр, уртансылары Гөлнур ҙа аспирантуранан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта. Төпсөк улдары Айҙар БДАУ-ның беренсе курсында уҡый.
Шундай кешеләр була: күңелендәге ут ипкененә эргә-тирәһендәгеләр ҙә йылына, күңелдәренә осҡон ала. Шундай зат ул героиням да – әллә нисә төрлө йөгөн дә һуҡранмай тартҡан, дәртен башҡаларға ла “йоҡторған”, теленән дә, ҡулынан да килгән. “Афарин!” тибеҙ уға, һау-сәләмәт булып, яратҡан эшенән йәм табып йәшәүен теләйбеҙ.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА
Нуриман районы.