Бөгөн "Торатау" конгресс-холында төрлө өлкәлә ең һыҙғанып эшләгән бер төркөм гүзәл зат йыйылды. Етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
Р. Хәбиров билдәләүенсә, изге эштәрҙә, мәрхәмәтлелектә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың рухи йомартлығы сағыла, улар йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы тапшыра, илһөйәр итеп тәрбиәләй. "Ҡатын-ҡыҙҙар Ватан яҙмышы өсөн юғары яуаплылыҡ тоя. Һәм бөгөн, ир-егеттәр Тыуған ил һағына баҫҡанда, гүзәл заттарыбыҙ уларға ышаныслы терәк булыу, рух ныҡлығы биреү, батырлыҡҡа илһамландырыу өсөн берләште”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы тәүлек әйләнәһенә яралыларҙы ҡараған, реабилитация үтергә, ҡайтанан сафҡа баҫырға ярҙам иткән табибәләргә, ирекмәндәргә, ғөмүмән, хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары, бигерәк тә яуҙа һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күргән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ҡотлау сығышынан һуң Радий Хәбиров гүзәл зат вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Малинская наградланды.
Салауат Юлаев орденына Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры, Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжының һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова лайыҡ булды. Был ҙур награда менән бүләкләнгәндәр араһында коллегабыҙ – журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, билдәле шағирә Лариса Абдуллина ла бар.
– Бындай юғары награданы алыу – ҙур яуаплылыҡ. Киң мәғлүмәт сараларына, бигерәк тә балалар баҫмаларына ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Былтыр Өфөлә батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылғас, айырыуса ғорурланыу тойғоһо кисерҙек. Республикабыҙ – Рәсәйҙә иң яҡшы төбәктәрҙең береһе, – тине Лариса Абдуллина.
"Ҡаршылыҡтарҙы емереп" социаль технологиялар үҙәге директоры Алина Хәбироваға республика Башлығы Григорий Аксаков орденын тапшырҙы. "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һәм республиканың Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилева бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан юлдаш телеканалы яңылыҡтар хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова ла бар.
Башҡортостан Башлығының Рәхмәте бөгөн республика етәксеһенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковскаяға, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға һәм уларҙың тылдағы яҡындарына ярҙам күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән "Башҡортостандан ышаныслы тыл" хәрәкәтенә, шулай уҡ махсус хәбәрсе, мөхәррир, "Башкортостан" дәүләт телерадиокампанияһы яңылыҡтар хеҙмәтенең алып барыусыһы Ирина Швецҡа тапшырылды.
Мәғлүмәт, фото: "Башинформ".